"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай

Был юлы уларға Луганск Халыҡ Республикаһы балалары ла ҡушылды.

"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай
"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай

Өфө фән һәм технологиялар университеты бөтә илдән һәләтле йәштәр өсөн үҙ ишектәрен яңынан асты – Университет сменалары проекты күптән яҡшы традицияға әүерелде. 2026 йылда ул тағы ла киңерәк була: әгәр тәүге ике сменала социаль приюттарҙан, балалар йорттарынан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән, шулай уҡ төрлө төбәктәрҙән Беренселәр хәрәкәте” әүҙемселәренән йөҙҙән ашыу бала йыйылһа, әле яңы миҙгелдең ҡыҙған мәле.

Бөгөн смена урындарын үҙгәрткән 110 баланы берләштерҙе: өфөләр — “Ҡолсом” һынлы сәнғәт базаһына, ә тиҫтерҙәре университет кампусы менән танышыу өсөн “Ҡолсом”дан ҡалаға күсте. Был ағымда уларға республикабыҙҙың әүҙемселәре һәм Луганск Халыҡ Республикаһы балалары ҡушылды. Ә алдатағы ла ике смена, улар 350-гә яҡын ҡатнашыусыны ҡабул итәсәк.

Проекттың географияһы киңәйә: “Университет сменалары” төбәк буйлап йөрөй. Августа балалар Павловка һыуһаҡлағысында “Авиатор” үҙәгендә ялда булһа, ә сентябрь – октябрҙә эстафетаны Стәрлетамаҡ ҡабул итәсәк. Иң яҡшы майҙансыҡтар йәлеп ителгән: Өфө фән һәм технологиялар университының студенттар ҡаласығы “Ҡолсом” һәм “Авиатор” спорт-һауыҡтырыу базаһы. Шулай уҡ университеттың Бөрө филиалында ла смена уңышлы үтә.

Проекттың айырым ғорурлығыуникаль вожатыйҙар! Улар, университеттың бөтә институттары, факультеттары студенттары, Рәсәй студенттар отрядтары һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Өҙлөкһөҙ белем биреү институты аша уҡый. Быйыл тәжрибәле ”өлкән йәштәгеләр”гә яңы килгәндәр ҡушылды, уларҙы өлкән хеҙмәттәштәре балаларҙың һәләттәрен асырға шатланып өйрәтә. Һәр вожатый университеттың йөҙө: әүҙемсе, ирекмән, ғалим йәки ижади шәхес. Улар һәр бала үҙен отрядтың бер өлөшө итеп тойһон өсөн ҡабатланмаҫ мөхит булдыра.

– Һәр отряд – үҙе бер йыһан. Беҙ төрлө балалар менән эшләйбеҙ: приюттарҙағы үҙ-үҙенә бикләнгәндәрҙән алып “Беренселәр хәрәкәте”нең дәртле әүҙемселәренә тиклем. Улар төрлө һәләттәре менән таң ҡалдыра. Әммә барыһын да бер нәмә берләштерә — ихласлыҡ һәм киң мөмкинлек, – ти “Университет сменалары-2026” проекты етәксеһе Лада Селина.

Сағыу һабантуй сменаның төп “биҙәге” булды ла инде, унда балалар Башҡортостандың йолалары, тарихы, мәҙәниәте менән танышты.

Быйыл программа Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, кешенең йыһанға осоуына 65 йыл тулыуға һәм “Беренселәр хәрәкәте” темаһына арналған.

– Беҙ төрлө алымдар ҡулланабыҙ: балаларға фән ҡыҙыҡлы булһа – лабораториялар һәм эксперименттар өҫтәйбеҙ, ижад концерттар һәм спектаклдәр өсөн киңлек бирәбеҙ. Әммә һөнәри йүнәлеш үҙгәрешһеҙ ҡала: ҡатнашыусыларға “Кем булырға теләйем?” тигән һорауға яуап бирергә ярҙам итәбеҙ, – тип билдәләй Лада Алексеевна.

Һәр смена үҙенсәлекле, әммә тотороҡло нәмәләр ҙә бар: экскурсиялар, уҡытыусылар менән осрашыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре - улар балаларҙы университет тормошона сумдыра.

Фото: - https://uust.ru/ino/Universitetskie-smeny

"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай
"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай
"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай
"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай
"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай
"Университет сменалары" әүҙем йәштәрҙе туплай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас