Башҡортостандан студенттар отряды Пулково аэропортында эшләй

Смена йомғаҡтары буйынса студенттар Өфөгә лайыҡлы эш хаҡы менән генә түгел, ә үҙенсәлекле практик багаж менән дә ҡайтырға ниәтләй. 

Башҡортостандан студенттар отряды Пулково аэропортында эшләйБашҡортостандан студенттар отряды Пулково аэропортында эшләй
Башҡортостандан студенттар отряды Пулково аэропортында эшләй

Өфө фән һәм технологиялар университетының «Ҡара акула» отряды студенттары өсөнсө тапҡыр Санкт-Петербургҡа хеҙмәт вахтаһына юлланды. Был миҙгелдә улар илдең иң ҙур транспорт узелдарының береһе булған Пулково аэропорты базаһында Рәсәй студент отрядтарының «Осоу һыҙаты» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә эшләй.

Проектҡа барыһы ла эләгә алмай: «Ҡара акула»ға етди конкурс һайлап алыуы аша алалар. Һәм был ғәжәп түгел “Осоу һыҙаты” сервис отрядтары өсөн иң яуаплы майҙансыҡтарҙың береһе тип һанала, унда сыҙамлылыҡ һәм тиҙ ҡарар ҡабул итеү һәләте баһалана.

Быйыл йәштәр өсөн эш форматы ла үҙгәргән. Әгәр элек студенттар башлыса ҡаршы алыу һәм дөйөм туҡланыу менән шөғөлләнһә, хәҙер уларҙың төп бурысы – аэропорттың берҙәм механизм булараҡ өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү. Студенттар бер юлы бер нисә йүнәлештә – ҡатмарлы ер өҫтө техникаһы менән эш итеүҙән алып меңәрләгән пассажирҙар менән йәнле аралашыуға тиклем эштәргә йәлеп ителә.

Отряд мастеры Камила Ғәтиәтуллина махсус һөнәри саҡырыу ҡабул итте – ул һауа гаваненең контакт-үҙәге штатына инде. Хәҙер уның бурыстары – сәйәхәтселәргә рейстар графигы һәм терминалдар эсендә навигация буйынса оператив консультация биреү.  

Аэропорт етәкселеге Башҡортостан студенттарының әҙерлек кимәле юғары баһалаған. Ҡабул итеүсе яҡ вәкилдәре яңы килеүселәрҙе ихлас ҡаршы алған: даими хеҙмәткәрҙәрҙән торған остаздар урындарҙа яраҡлашырға ярҙам итә, эске процестарҙың үҙенсәлектәре менән таныштыра һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

Йәштәр ышаныслы тылһыҙ ҙа ҡалманы. “Ҡара акула” Башҡортостандың студент отрядтары патронажы аҫтында эшләй. Штаб хеҙмәткәре һәм йүнәлеш кураторы улар менән тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә тора, хатта өйҙән меңәрләгән километр алыҫлыҡта ла теләһә ниндәй ойоштороу һәм көнкүреш мәсьәләләрен оператив хәл итеүҙә булышалар.

Смена йомғаҡтары буйынса студенттар Өфөгә лайыҡлы эш хаҡы менән генә түгел, ә үҙенсәлекле практик багаж менән дә ҡайтырға ниәтләй. Улар Пулковола алған төп күнекмәләр – оператив һәм һөҙөмтәгә эшләү, төрлө үҙенсәлекле мәсьәләләрҙе хәл итеү ғәҙәти тормошта ла ярҙам итмәй ҡалмаясаҡ, тигән фекерҙә.

Фото: Данил Олешко, Софья Черепанова, Ирина Тарасюк, Владислав Барташевский.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-07-20/studotryad-chernaya-akula-iz-bashkirii-rabotaet-v-aeroportu-pulkovo-4757463 

 

 

Башҡортостандан студенттар отряды Пулково аэропортында эшләй
Башҡортостандан студенттар отряды Пулково аэропортында эшләй
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас