

17 – 21 августа Өфөләге “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә 7 – 14 йәшлек балалар өсөн “Пилотһыҙ осоу аппараттары” йүнәлеше буйынса дәрестәр ойошторола башлай. Был йүнәлеште үҫтереү “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан.
Сарала ҡатнашыусылар заманса дрондарҙың ҡоролошо менән танышасаҡ, пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү нигеҙҙәрен, уларҙың эш принциптарын өйрәнәсәк һәм үҙҙәрен оператор ролендә һынап ҡараясаҡ. Дәрестәр инженер фекерләүен, техник күнекмәләрҙе һәм киләсәк һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерергә ярҙам итәсәк. Ведомствола билдәләүҙәренсә, “Аврора” үҙәге – төбәк майҙансыҡтарының береһе, унда балалар фән һәм техниканың инновациялы йүнәлештәре менән таныша ала.
“Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты ярҙамында төрлө аппараттар булдырыла һәм ҡулланыла. Иғтибар үҙәгендә – дрондар һәм уларҙың комплектлау өлөштәрен әҙерләү, стандартлаштырыу һәм сериялы сығарыу, шулай уҡ бындай ҡоролмалар етештереү буйынса белгестәрҙе өҙлөкһөҙ әҙерләү системаһын үҫтереү.
Автор фотоһы.