

Июль уртаһында Өфөләге Вуз-ара кампустың ете башняһын төҙөп бөттөләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөштөң был этабын тамамлауҙы тарихи ваҡиға тип атаны. “Ҡурай сәскәһе рәүешендәге үҙенсәлекле архитектура объекты, ниһайәт, тамамланған кәүҙәләнеш алды. Ул Өфөнөң тағы бер символы булыр тип ышанам. Кампус төрлө урындарҙан күренеп тора, уның матурлығы ҡалаға ингән ерҙә айырыуса асыҡ асыла”, – тине төбәк Башлығы.
Үҙенсәлекле архитектура объекты буласаҡ ете башняла әлеге ваҡытта төҙөүселәр ҡыйыҡ ябыу эштәрен тамамлай. Шулай уҡ фасадтарҙы монтажлау, инженер системаларын ҡуйыу, эске биҙәкләү һәм төҙөкләндереү башҡарыла. Төҙөлөш майҙансығында көн һайын бер меңдән ашыу кеше эшләй. Кампус башнялары 2027 йылда тулыһынса сафҡа инәсәк, тип планлаштырыла.
Ә инде Өфө кампусының 2024 йылдың февралендә асылған беренсе сиратында, йәғни тәүге бинаһында фәнни тормош гөрләп тора. Резиденттар тарафынан 10 индустрия лабораторияһы булдырылып, уларҙың етәүһе кампуста урынлашҡан. Бынан тыш, даими нигеҙҙә 34 төрлө түңәрәк эшләй.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары республиканың фән һәм туризм йәһәтенән мөмкинлектәрен күрһәткән туғыҙ танып белеү маршруты эшләне. Мәҫәлән, “Авиценна” тип аталған фәнни-популяр маршрутты биология һәм медицина менән мауығыусы өлкән класс уҡыусылары айырыуса үҙ итә. Улар заманса дарыуҙар һәм импланттар яһауға, һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе клонлаштырыуға һ.б.ҡағылышлы ҡыҙыҡлы ғилми асыштар менән таныша. Шулай уҡ ғалимдар менән бергә микроскоп аша күҙәнәктәрҙе тикшерә, кешегә оҡшатып эшләнгән манекен-симуляторҙа ысынға тартым операцияларҙы эшләп ҡарай.
Был маршруттар йәш быуынды ғилем донъяһына йәлеп итеүҙә ҙур ярҙамсы. Проект Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Барлыҡ маршруттар вуз-ара студенттар кампусы майҙансығынан башлана һәм артабан ҡатнашыусылар лабораторияларға, юғары технологиялы предприятиеларға һәм үҙенсәлекле тәбиғәт объекттарына юллана.
– Беҙҙең фәнни-популяр турҙар фундаменталь белем менән тирә-яҡ мөхитте бәйләүсе күпер ролен үтәй. Уларҙа ҡатнашыусылар фән ҡаҙаныштары менән танышып ҡына ҡалмай, ә үҙҙәрен тикшереүсе булараҡ һынап та ҡарай ала, – ти Башҡортостан Республикаһының Фәнни-белем биреү үҙәге идара итеү компанияһы директоры Наталия Латипова.
Башланғыс ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып ете меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы туғыҙ маршрут буйынса үткән. Бындай турҙарҙа ҡатнашҡан балалар тәьҫораттары менән дә ихлас бүлешә.
– Мин IX класҡа барам. Әлегә аныҡ ҡына һөнәр һайламағанмын, шулай ҙа күңелемә медицина һәм техник өлкәләр яҡын. Бөгөнгө тур барышында тап медицина өлкәһе менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә булдым. Төрлө фәнни асыштар хаҡында белеү, тикшереү эштәрендә үҙемде һынап ҡарау оҡшаны. Бәлки, киләсәктә аҡ халатлы табип булып, кешеләрҙе ҡотҡарыуҙы, уларҙың сәләмәтлеге һағында тороуҙы ғүмерлек һөнәрем итеп тә һайлармын, тигән уйым нығынды, – тине Өфө мәктәбе уҡыусыһы Карина.
Ә бына уның менән бер мәктәптә уҡыған Арсен табип булырға ныҡлы ҡарар иткән. Егет быйыл XI класҡа бара. “Мин химия-биология йүнәлешендәге класта уҡыйым. Табип һөнәре ҡыҙыҡлы һәм һәр ваҡыт кәрәкле. Бөгөнгө экскурсия барышында киләсәктә үҙемдең нимә менән шөғөлләнәсәгемде асыҡ күрҙем”, – ти Арсен.
Уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреүҙә предуниверсарийҙарҙың да өлөшө ҙур. Бөгөн республикала 15 ошондай белем үҙәге уңышлы эшләй. 2025 йылда уларҙа шөғөлләнгән 430-ҙан ашыу уҡыусы республика вуздарына уҡырға ингән. Шуныһы ҡыуаныслы, предуниверсарийҙар бөгөн республиканың алыҫ төбәктәрендә – ауыл мәктәптәрендә лә уңышлы эшләп килә.
Мәҫәлән, былтыр Салауат районының Малаяҙ ауылындағы Башҡорт гимназияһында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең “Киләсәк медицинаһы” предуниверсарийы асылды. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университеты базаһында булдырылды. Юғары уҡыу йорто белем биреү программалары менән тәьмин итә, ә Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы мәктәп уҡыусыларына табип һөнәре менән яҡындан танышыу майҙансығы ролен үтәй. Проект уҡыусыларҙы VII кластан медицина йүнәлеше менән таныштырыуҙы, ошо һөнәргә ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Башланғысҡа ярашлы, Малаяҙ гимназияһында заманса йыһазландырылған махсус кабинет барлыҡҡа килгән. Унда уҡыусылар лаборатор эштәр менән булыша, төрлө һынауҙар үткәрә.
– Ғаризабыҙҙың конкурста еңеүенә бик шатбыҙ. Профилле медицина класы – ул үҙенсәлекле майҙансыҡ. Ул, беренсенән, гимназистарға үҙенең киләсәген ысынлап медицина өлкәһе менән бәйләргәме-юҡмы икәнен аңларға ярҙам итә, икенсенән, мәктәп эскәмйәһенән буласаҡ һөнәргә әҙерләнә башларға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Малаяҙ ауылындағы Башҡорт гимназияһы директоры Владислав Килдейәров.
Фотолар: Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенән һәм "Салауат ерендә" гәзитенән.