Белем һәм тәрбиә
3 Августа , 13:50

Яңыртылған уҡыу йорттары аласаҡтар

Быйыл Башҡортостанда президент программаһы буйынса 54 белем биреү учреждениеһы ремонтлана. 

Яңыртылған уҡыу йорттары аласаҡтарЯңыртылған уҡыу йорттары аласаҡтар
Яңыртылған уҡыу йорттары аласаҡтар

2026 йылда Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән мәғариф ойошмаларын капиталь ремонтлау федераль программаһы буйынса 54 объект – 42 мәктәп, алты балалар баҡсаһы һәм алты колледж яңыртыла. Был хаҡта Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев аҙналыҡ кәңәшмәлә хәбәр итте.

Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яңы уҡыу йылында яңыртылған белем биреү учреждениеларына 28,5 меңдән ашыу бала һәм студент киләсәк.

Эштәрҙе Ишембайҙың 19-сы мәктәбендә, Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылы мәктәбендә, Күмертауҙың 6-сы мәктәбендә, Мишкә районының Сурай ауылы гимназияһында, Ауырғазы районының Шланлы ауылы мәктәбендә, Сибайҙың “Светлячок” балалар баҡсаһында, Стәрлетамаҡ политехник һәм Бөрө медицина-фармацевтика колледждарында тамамланылар.

Юғары әҙерлек кимәле өфөнөң 218-се балалар баҡсаһында, Өфө күп профилле профессиональ колледжы һәм Өфө тармаҡ технологиялары колледжы ятаҡтарында, Өфө машиналар эшләү колледжының уҡыу корпусында.

Мәктәптәр буйынса уртаса төҙөлөш әҙерлеге – 95,6 процент, балалар баҡсалары буйынса – 75,3 процент, колледждар буйынса 96,8 процент тәшкил итә. Объекттарҙы 1 сентябргә тиклем тапшырырға планлаштыралар.

Шулай уҡ быйыл Башҡортостан Әлшәй районы Раевка ауылында Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге 2-се мәктәпте капиталь ремонтлауға өҫтәмә федераль финанслау алды. Уның буйынса эштәрҙе декабрҙә тамамлау планлаштырыла.

– Капиталь ремонт – ул стеналарҙы яңыртыу ғына түгел, ә мәктәпте комплекслы яңыртыу. Беҙ һәр мәктәпте үҫтереү концепцияһын төҙөнөк, 1 сентябрҙән һөнәри алды кластарын асырға ниәтләйбеҙ, – тине Урал Килсенбаев. – Һәр яңыртылған мәктәптә дәрестән тыш эш планы төҙөлә, республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары, ғилми ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүҙәр әҙерләнә. Эстәлеккә бәйле түңәрәктәр, музейҙар һәм театрҙар өсөн киңлектәр булдырабыҙ. Иң ҡыҙыҡлыһы, уҡыусылар һәм ата-әсәләр дизайн һәм зоналарҙы планлаштырыуҙа ҡатнаша, шулай итеп, мәктәп бөтәһе өсөн дә уңайлы була. Һөҙөмтәлә, ремонт үҫешкә өҫтәмә стимулға әйләнә.

Параллель рәүештә эргә-тирәләге территорияларҙы төҙөкләндереү бара. Был маҡсатҡа республика бюджетынан муниципалитеттар яғынан өҫтәмә финанслауҙы иҫәпкә алып 50 процент күләмендә 158 миллион һум бүленгән. Ремонт эштәре тамамланыуға мәктәптәр яңы асфальт, бәләкәй архитектура формалары, яҡтыртыу һәм йәшелләндереү менән тулыһынса төҙөкләндерелгән биләмәләр аласаҡ.

Урал Килсенбаев шулай уҡ 2027 йылда президент программаһы буйынса тағы ла 31 объект – 18 мәктәп, һигеҙ балалар баҡсаһы һәм биш колледж яңыртыласаҡ, тип хәбәр итте.

Радий Хәбиров эштәрҙе башҡарыу графигын үтәүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был беҙҙең белем биреү учреждениеларын ошондай күләмдә тәртипкә килтерергә мөмкинлек биргән иң һөҙөмтәле программаларҙың береһе, – тине Башҡортостан Башлығы. - Шуға күрә барыһын да билдәләнгән ваҡытта башҡарыу мөһим.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас