Белем һәм тәрбиә
4 Августа , 11:00

"Улым менән бик ауыр мәлдәрҙе үттек..."

Тыныс ҡына һөйләшеп, аңлатырға маташыуҙар һөҙөмтә бирмәне, “Уҡығым килмәй, нимәгә миңә белем алырға” тигән яуап булды. Киләсәктә кем буласаҡһың, ҡайҙа һәм кем булып эшләйәсәкһең, йәшәү өсөн нисек аҡса табасаҡһың, тигән һорауҙар яуапһыҙ ҡала килде. Күпселек ваҡытын урамда үткәрә башланы, дуҫтары менән йыйылып, төнгә тиклем ҡала ҡыҙыралар, әйтә башлаһаң, ҡаршылашып, тупаҫ яуап бирергә лә күп һорамай. Элекке йылы мөнәсәбәттән, ихлас һөйләшеүҙәрҙән бер нимә лә ҡалманы... 

"Улым менән бик ауыр мәлдәрҙе үттек...""Улым менән бик ауыр мәлдәрҙе үттек..."
"Улым менән бик ауыр мәлдәрҙе үттек..."

Кеше ғүмере буйы төрлө асыштар, яңынан-яңы саҡырыуҙар һәм үҙгәрештәр менән тулы тормош арбаһында өҙлөкһөҙ сәйәхәт итә. Ошо юлдың бөтә өлөштәре араһында үҫмерлек осоро айырым бер урын биләй. Был ваҡыт бала саҡ ғаләменән ҙур тормошҡа һуҙылған күпер һымаҡ: бер яҡтан, бында әле балаларса бер ҡатлылыҡҡа, мөғжизәгә ышаныуға һәм ата-әсәләрҙең яҡлауына ышаныс бар, икенсе яҡтан, донъяға үҙаллы юл ярырға, кешеләр менән мөнәсәбәттәр ҡорорға һәм ҡояш аҫтында үҙ урыныңды билдәләргә тура килә.

Тормоштан осраҡ 

“Мин 22 йәшемдә ҡулыма диплом алып, яратҡан кешемә кейәүгә сыҡтым, 24 йәшемдә улымды таптым. Һигеҙ йәшенә тиклем улыбыҙ бер бөртөк бала булып үҫте, шунан бер-бер артлы ҡустыһы һәм һеңлеһе тыуҙы. Туғандары булыуға улым шатланды ғына, һәр хәлдә атаһы менән мине ҡыҙғанып, ғауға тыуҙырғанын хәтерләмәйем. Яныбыҙҙан китмәй ҡустыһы менән һеңлеһен ҡарашты, бар уй-хыялдары, маҡсаттары менән дә ихлас уртаҡлашты, мәктәптә лә яҡшы уҡыны.

Үҫмерлек осорона аяҡ баҫҡас, беҙҙән ситләшә башланы, бирелгән һорауҙарға “эйе-юҡ” тип кенә яуап бирә, ҡушылған эште лә ҡырҡ тапҡыр әйттереп кенә үтәй, туғандарын да эргәһенән ҡыуа, тупаҫ һүҙҙәр әйтергә лә тартынмай.

Мин үҙем был ваҡытта ике бәләкәс баламды ҡәҙимге үҫтереп, эшкә сыҡҡайным, иптәшем дә ғаиләне яҡшы шарттарҙа йәшәтеү өсөн тырышты, күпселек ваҡытын эшкә арнаны. Ошо ваҡытта улыбыҙ менән бәйләнеш өҙөлдө, тип уйлайым да инде... Улыбыҙҙың йүнләп мәктәпкә йөрөмәгәнен, күп фәндәрҙән билдәләре “өслө”, “икеле”гә төшөп киткәнлеген белдек. Баскетбол секцияһына теләп йөрөй ине, уныһын да ташланы. Атаһы менән мине мәктәпкә саҡырыуҙар, уҡытыусыларҙан ялыуҙар күбәйҙе.

Тыныс ҡына һөйләшеп, аңлатырға маташыуҙар һөҙөмтә бирмәне, “Уҡығым килмәй, нимәгә миңә белем алырға” тигән яуап булды. Киләсәктә кем буласаҡһың, ҡайҙа һәм кем булып эшләйәсәкһең, йәшәү өсөн нисек аҡса табасаҡһың, тигән һорауҙар яуапһыҙ ҡала килде. Күпселек ваҡытын урамда үткәрә башланы, дуҫтары менән йыйылып, төнгә тиклем ҡала ҡыҙыралар, әйтә башлаһаң, ҡаршылашып, тупаҫ яуап бирергә лә күп һорамай. Элекке йылы мөнәсәбәттән, ихлас һөйләшеүҙәрҙән бер нимә лә ҡалманы тип әйтерлек, барыһы ла формаль дежур фразалар менән алмашыныуға әйләнде.

Этеп-төртөп мәктәпте тамамлап, ҡулына аттестат алған ваҡытта улыма 18 йәш тулды. Мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу маҡсатында улымдың үҙен генә кафеға саҡырҙым, күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ, тип өмөтләндем, матур ғына браслет бүләк иттем. Тик һүҙҙәр берекмәне, бер-беребеҙгә ике-өс ауыҙ һүҙ әйтеп, ауыр тынлыҡта ашап-эстек тә ҡайтырға юлландыҡ. Мәктәптән һуң бер ергә лә уҡырға барманы, бер йылын өйҙә үткәрҙе.

19 йәше тулыуға әҙерәк аҡыл туплап, киләсәккә пландар ҡора, иртәгәһе көнөн хәстәрләй башланы, һөнәр алырға теләк белдерҙе. Атаһы менән мин уның был уй-ниәттәрен хупланыҡ, терәк-таяныс булырға, түләүле нигеҙҙә уҡырға инһә, финанс ярҙамы күрһәтергә вәғәҙә иттек.

Аллаға шөкөр, әлеге ваҡытта улыбыҙ үҙе һайлаған уҡыу йортонда белем ала, быйыл 2-се курсты тамамлай. Яңы дуҫтары барлыҡҡа килде, уҡыу йортонда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша башланы. Беҙҙең менән дә мөнәсәбәттәре йылынды, уҡыуҙағы хәл-ваҡиғалар менән дә ихлас уртаҡлаша, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләп көлдөрөп ала, инде үҫмерлек осорона инеп килгән ҡустыһы менән һеңлеһенә лә ағай булараҡ тел ярҙамы һәм ҡул ярҙамы күрһәтергә тырыша.

Өлкәне менән был осорҙо үттек, бәләкәстәре менән нисек булыр, тип хафаланып алам ҡайһы берҙә. Ата-әсәнең һөйөүе, иғтибары, ярҙамы һәм сабырлығы төп роль уйнай был осорҙа тигән фекерҙәмен”.

Ошо хатҡа бәйләп, үҫмерлек осоро тураһында һөйләшәйек. 

Ҡайһы бер ата-әсә балаһының үҫмерлек осорона аяҡ баҫыуын ниндәйҙер шик-шөбһә, борсолоу менән көтә. Күҙгә генә ҡарап торған, илгәҙәк улы йәки ҡыҙының тыңлауһыҙға, тупаҫҡа әйләнеүен, уҡыуға илке-һалҡы ҡарап, насар компанияларға эләгеүен бер ата-әсә лә теләмәй. Бығаса яңылыҡтары, уй-хыялдары менән ихлас уртаҡлашҡан баланың үҫмерлек осоронда ата-әсәһенән ситләшеүе, бирелгән һорауҙарға “эйе”, “юҡ” йәки “һәйбәт” тип кенә яуап биреүе лә йыш күҙәтелә.

Ата-әсәнең балаһының үҫмерлек осоро менән бәйле борсолоуҙарын шартлы рәүештә өс төргә бүлеп ҡарарға мөмкин.

1. Бала тупаҫҡа әйләнер, ата-әсәһенән ситләшер

Үҫмер менән ата-әсә араһындағы низағтарҙың төп сәбәбе – саманан тыш контроль. Эйе, сабый сағында балағыҙ һеҙ нимә алып бирһәгеҙ, шуны кейҙе, ҡайҙа алып барһағыҙ, шунда барҙы. Әммә хәҙер уның тормошҡа ҡарата үҙ фекере бар, үҫмер үҙ ҡарашын, уй-маҡсаттарын тирә-йүндәгеләргә еткерергә тырыша, үҙаллылыҡҡа ынтыла. Баланың теләге ата-әсәһенеке менән тап килеп етмәгән осраҡта, низағ уты тоҡанып, тупаҫ һүҙҙәр, әр-битәр ишетеү ҙә бик ихтимал.

Нимә эшләргә?

Әгәр бала тупаҫ мөғәмәлә итә икән, уға шулай уҡ агрессия менән ябырылыу – иң насар варианттарҙың береһе. Үҫмергә тыныс ҡына һөйләшеү мөмкинлеген тәҡдим итергә кәрәк. Әгәр ул бер нисек тә ыҡҡа килмәһә, 20-30 минутҡа уны тыныслыҡта ҡалдырығыҙ. Ғәҙәттә, үҫмерҙәр тиҙ ярһый, әммә шул уҡ ваҡытта тиҙ генә һүрелеп, тыныслана ла ала. Иң мөһиме – хәл-ваҡиғаны ҙур ғауғаға әйләндереп, ҡыҙған баштан бер-берегеҙгә ауыр һүҙҙәр әйтеүҙән тыйылырға кәрәк.

Был осорҙа һөйләшә, килешә белеү оҫталығы, дипломатия ҙур роль уйнай. Үҫмер менән төрлө хәл-ваҡиғаны, проблемаларҙы бергәләп тикшереү, теге йәки был мәсьәләгә уның ҡарашын белергә ынтылыу, фекеренә ҡолаҡ һалыу – былар барыһы ла ата-әсә менән бала араһын яҡынайта.

Үҙаллылыҡҡа ынтыла икән – яҡшы, тик үҙаллы һәм ҙур булыу хоҡуғы кеше алдына билдәле бер бурыстарҙы ла ҡуя, шуны онотоп китмәһен, яуаплылыҡ тигән төшөнсәне лә бер кем дә уның өҫтөнән алмаясаҡ. Мәҫәлән, “Мин инде ҙур, үҙем беләм”, – тип иғлан иткәндән һуң, үҫмер өйгә эшен әҙерләмәйенсә, мәктәптән насар билдә алып ҡайтҡан. Был осраҡта яуаплылыҡ тойғоһон уятырға була. “Насар билдә кемдеке? Һинеке. Тимәк, яуапты ла уның өсөн һин тотаһың, төҙәтеү ҙә һинең өҫтә”.

Ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, балағыҙҙы насар һүҙҙәр менән кәмһетергә, “Шуны ла белмәйһең”, “Һинән йүнле кеше сыҡмаҫ” тиергә ярамай. Һеҙ ярһып китеп әйтерһегеҙ ҙә, оноторһоғоҙ, ә ул ошо һүҙҙәрҙе күңеленә яҡын алып, оҙаҡ онота алмаҫ.

2. Уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтыр

Бала был осорҙа “Мин кем?”, “Киләсәктә кем булырмын?” тигән һорауҙарға яуап эҙләй башлай. Кемдер үҙен билдәле музыкаль төркөмдөң лидеры итеп, кемдер данлыҡлы актриса итеп күрә, ә кемдер интернет киңлектәрендә блогер булып, тиҙ арала ҙур аҡса эшләү хыялы менән яна. Былар барыһы ла “Уҡыу, мәктәптәге билдәләр мөһим түгел, хәҙерге ваҡытта уҡымайынса ла ҙур аҡса эшләргә була” тигән ҡараш тыуыуына булышлыҡ итеүе ихтимал. Әйтелгәндәргә әлегә тотороҡһоҙ психика, юҡҡа ғына ярһып барыу, өлкәндәрҙең һүҙҙәренә, кәңәштәренә боласы хисе аша ҡарау ҙа өҫтәлһә, ысынлап та, уҡыу яғы аҡһап китеүе бик мөмкин.

Нимә эшләргә?

Ата-әсә балаһына һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер икәнлеген белдерергә тейеш, тик уға саманан тыш баҫым яһауҙан ҡасырға кәрәк. Ниндәйҙер кимәлдә үҙаллылыҡ биреү һәм яуаплылыҡ тойғоһон уятыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.

Был осорҙа “Кем булырға?” тигән һорауға яуап эҙләгәндә, балаға терәк-таяныс булып, ярҙамға килергә әҙерлек мөһим роль уйнай. Әгәр балағыҙҙың теге йәки был өлкәгә ҡыҙыҡһыныуы бар икән, шуны үҫтерешегеҙ: түңәрәктәргә йөрөһөн, төрлө ярыштарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып ҡараһын. Иң мөһиме – шөғөлдәре, уҡыуҙағы уңыштары һәм уңышһыҙлыҡтары менән ихлас күңелдән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы  күреп, тойоп үҫһен, был процесты кискеһен “Хәлдәр нисек?” тигән дежур фразаға һәм аҙнаһына бер тапҡыр көндәлеккә ҡултамға ҡуйыуға ғына ҡайтарып ҡалдырмағыҙ.

3. Насар компанияға юлығыр

Ысынлап та, насар компанияға юлығып, төрлө яман эштәр ҡылып ташлар, тигән ҡурҡыу ата-әсә өсөн иң ҙурылыр. Был шик-шөбһә нигеҙһеҙ түгел, сөнки тап үҫмерлек осоронда үҙ тиңдәштәрең менән аралашыу бала өсөн беренсе планға сыға. Үҫмергә уны тиң күреп ҡабул итеүҙәре, фекерен һанлауҙары, ҡыҙыҡһыныуҙарын уртаҡлашыуҙары бик мөһим. Шуға күрә уға дуҫ-иштәре өлкәндәргә ҡарағанда абруйлыраҡ булып ҡабул ителеүе бик ихтимал.

Нимә эшләргә?

 Кеше – йәмғиәт ағзаһы. Уның дуҫ-иштәре, таныш-белештәре булырға тейеш. Был ҡағиҙә һеҙҙең балағыҙға ла ҡағыла. Оҡшаймы һеҙгә, юҡмы, ә дуҫтар, әхирәттәр, таныштар бар һәм буласаҡ. Балағыҙҙың дуҫтарына үҙегеҙҙе ҡаршы ҡуйып, улар менән көрәшкә ташланырға кәрәкмәй.

Иң яҡшыһы – улар менән танышыу, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу. Мәҫәлән, өйөгөҙгә килеп йөрөһәләр, һеҙҙең күҙ алдында ниндәйҙер эш менән шөғөлләнһәләр, күңелегеҙгә лә тынысыраҡ булыр, ул-ҡыҙығыҙҙың дуҫтары кемдәр булыуын белеп торорһоғоҙ. Ниндәйҙер мәсьәләгә ҡарата үҙ фекерегеҙҙе әйтеп, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын уртаҡлашыуығыҙҙы белдерә алаһығыҙ. Тик күҙәтеү һәм ҡыҙыҡһыныуҙарҙы саманан арттырып, үтә ныҡ контролгә һәм әпәүләүгә әйләндереп ебәрмәгеҙ.

Бында шуны иҫтән сығарырға ярамай: әгәр ата-әсә үҙҙәренең тәрбиәүи функцияларын онотоп ебәрһә, был бурысты урам һәм компания үтәй башлаясаҡ. Шуға күрә ата-әсә – үҙ урынында, дуҫ-иштәр үҙ урынында булырға тейеш.

“Ата-әсәнең бурысы – үҫмергә үҙҙәренең тормош сценарийҙарын мәжбүрләп тағыу түгел, ә үҙ көсөнә ышаныс булдырырға ярҙам итеү”, – ти психолог һәм психотерапевт Карл Роджерс.

Үҫмерлек – һәр беребеҙҙең ғүмерендә була торған мәл. Борсолоуҙар менән бергә ул беҙгә бихисап ыңғайлыҡтар ҙа алып килә: бала үҙаллылыҡҡа ынтыла, киләсәген хәстәрләп, кем буласағы тураһында уйлана, ғүмерлек дуҫлыҡҡа ла тап ошо осорҙа нигеҙ һалына, егеттәр һәм ҡыҙҙар араһындағы беренсе хистәр, саф мөхәббәт тә ошо мәлдә бөрөләнә. Ҡыҙыҡ та, ҡатмарлы ла булған осорҙа балағыҙға терәк-таяныс булырға ғына онотмағыҙ, хөрмәтле өлкәндәр!

Авторы - Ғәлиә СӘЛИХОВА,

юғары категориялы психолог. 

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

Автор:
Читайте нас