Белем һәм тәрбиә
19 Августа , 08:30

Луганск уҡыусылары каникулын Өфөлә үткәрә

Быйыл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Луганск Халыҡ Республикаһының Луганск, Красный Луч, Антрацит һәм Алчевск ҡалаларынан 100 уҡыусыны һәм педагогты ҡабул итте

Луганск уҡыусылары каникулын Өфөлә үткәрәЛуганск уҡыусылары каникулын Өфөлә үткәрә
Луганск уҡыусылары каникулын Өфөлә үткәрә

18 августа Өфөләге «Родина» кинотеатрында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан ойошторолған «Университет сменалары» белем биреү-туристик проектын асыу тантанаһы үтте.

Юғары уҡыу йорто бына инде биш йыл дауамында Рәсәй Мәғариф министрлығы башланғысында ойошторолған пректта ҡатнашып, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье өлкәһе уҡыусылары һәм студенттары өсөн һөнәри йүнәлеш һәм психологик-педагогик проекттар ойоштора. 2022 йылдан алып университетта 600-ҙән ашыу бала ҡатнашлығында 15 «Университет сменаһы» үткән.

Быйыл М. Аҡмулла исемендәге БДПУ Луганск Халыҡ Республикаһының Луганск, Красный Луч, Антрацит һәм Алчевск ҡалаларынан 100 уҡыусыны һәм педагогты ҡабул итте. Смена Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе гранты ярҙамында үтә.

Тантаналы сара Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңлауҙан башланды.

– Беҙ һәр ваҡыт Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән ҡунаҡтарҙы шатланып ҡаршы алабыҙ. Төбәктәребеҙҙе уртаҡ тарих һәм хәҙерге ваҡыттағы хеҙмәттәшлекте бәйләй. "Университет сменалары" ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәре менән танышырға һәм уларҙы үҙең өсөн асырға иҫ киткес яҡшы мөмкинлек бирә. Башҡортостанда һеҙгә оҡшар, тип ышанам. Беҙҙең университетта ЛХР-ҙан бер нисә студент уҡый, әгәр тағы ла йәштәр килһә, шат буласаҡбыҙ. Рәхим итегеҙ! – тип мөрәжәғәт итте ҡунаҡтарға М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Сәғитов.

Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты исеменән балаларҙы РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләне.

– Республикабыҙ бик матур, һеҙгә яңы кешеләр менән осрашыу һәм яңы урындарҙы күреү ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым. Беҙ Мәғариф комитетындағы коллегаларыбыҙ менән Рәсәйҙең яңы төбәктәрендәге уҡыусылар бер белем биреү киңлегендә йәшәһен өсөн ҙур эш башҡарабыҙ. Әле үк Рәсәй мәктәптәренә яңы тарих дәреслектәре килә, шул иҫәптән Донбасс һәм Яңы Рәсәй тарихы буйынса айырым дәреслектәр бар. Йәйҙең һуңғы көндәрен яҡшы һәм матур үткәреүегеҙҙе, яңы көс менән уҡыуға тотоноуығыҙҙы теләйем! Һеҙҙе Рәсәй вуздарында көтәбеҙ!»

Сменала ҡатнашыусыларҙы Башҡорт дәүләт педагогия университетының татыу ғаиләһенә ҡабул итеп, абруйлы ҡунаҡтар балаларға юғары уҡыу йорто символикаһы төшөрөлгән галстуктар бәйләне.

Уҡыусыларға “Йәй. Ҡала Мөхәббәт” фильмы ижади бүләк булды. Ҙур ҡалала кешеләрҙе тойғолар нисек бәйләүе хаҡындағы фильм балаларға Өфөгә яңы күҙлектән ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Тамаша алдынан балалар фильм авторҙары менән аралашты.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы “Университет сменаһы” 26 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.

Фото: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас