Белем һәм тәрбиә
20 Августа , 16:45

Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр

“Агроэкспериментариум” проектында ҡатнашыу балаларға бөгөнгө заман ауыл эшсәндәренең хеҙмәте башлыса автоматлаштырылған икәнен, тармаҡтың ныҡ алға киткәнен аңларға ярҙам иткән.

Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләрЕр-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр
Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ойошторған конкурстарҙа ҡатнашыуға фән һәм белем биреү йүнәлешендәге проекттар ҙа күпләп килә. Мәғариф өлкәһен үҫтереүгә, белемде арттырыуға, фәнде популярлаштырыуға төбәлгән башланғыстар йыш ҡына хуплау таба.

Шундайҙарҙың береһе – уҙған йылдағы конкурста ҡатнашып, грантҡа лайыҡ булған “Агроэкспериментариум” проекты. Уны Ғафури районының “Киләсәк мәктәбе” белем алыу һәм уның үҫеүенә булышлыҡ итеү фонды тәҡдим иткән. Ойошма Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты нигеҙендә эшләй.

Ғәйәт үҙенсәлекле проекттың авторы һәм етәксеһе – химия уҡытыусыһы Эльмира Сәлих ҡыҙы Ғизетдинова. Ғәмәли эштәрҙе ул етәкселек иткән 8-се “Б” – гимназияның аграр йүнәлешендә уҡыған класс менән атҡарғандар, проектҡа ярашлы ойошторолған сараларҙа райондың башҡа мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылары ла ҡатнашып, тәжрибә туплаған. Красноусол башҡорт гимназияһы был төбәктәге агрокластар өсөн методика үҙәгенә әүерелгән, тиергә була. Йәйге каникулда ауыл хужалығы йүнәлешендәге смена ойошторолоп, унда 20 бала ҡатнашҡан.

Проектҡа ярашлы, агрокластарҙа уҡыған балалар өсөн ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар, Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашыуҙар, семинарҙар ойошторолған, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелгән, конкурстар үткәрелгән. Бынан тыш, уҡыусылар ауыл хужалығы предприятиеларына экскурсияға, халыҡ-ара “Агрокомплекс-2026” күргәҙмәһен ҡарарға барған.

Хәҙерге балалар, ысынлап та, ауыл хужалығы тураһында бик белеп етмәй. Улар был тармаҡтағы эште бысраҡ, ауыр хеҙмәт итеп күҙ алдына килтерә. Ә “Агроэкспериментариум” проектында ҡатнашыу уларға бөгөнгө заман ауыл эшсәндәренең хеҙмәте башлыса автоматлаштырылған икәнен, тармаҡтың ныҡ алға киткәнен аңларға ярҙам иткән. Уҡыусыларға һүҙҙәге теория аңлатылып ҡына ҡалмаған, улар ысын тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашҡан. Үҙ ҡулдары менән сәскән орлоҡтан килеп сыҡҡан үҫентенең үҫешен күҙәтеү, уңыш биреүен хәстәрләү балаларҙа ихлас ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Проектты атҡарыу үтә лә мөһим өс йүнәлеште берләштерә, шуныһы менән ифрат үҙенсәлекле лә:

– экология һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреү. Үҫемлектәр үҫтереү, уларҙы ҡарау күңелдәрҙә яуаплылыҡ, тәбиғәткә һөйөү уята;

– илһөйәрлек тәрбиәләү. Үҙҙәре сәскән орлоҡтан пәйҙә булған сәскә үҫентеләрен балалар МХО батырҙары аллеяһына, Мәңгелек ут эргәһенә ултыртҡан. Һәр үҫеп сыҡҡан сәскә – ул Ватан һаҡсыларына оло хөрмәт, рәхмәт тойғоһо үрнәге;

– социаль яуаплылыҡ, миһырбанлыҡҡа өйрәтеү. Ҡарттар һәм инвалидтар йәшәгән пансионатта ла балалар сәскә ултыртҡан. Был ябай, әммә шул уҡ ваҡытта оло мәғәнәгә эйә ғәмәл – өлкәндәргә ихтирам күрһәтеүҙең, иғтибар бүлеүҙең бер миҫалы.

Уҡыусы балаларға хәҙерге ауыл хужалығы тураһында күберәк мәғлүмәт биреү, унда кәрәккән һөнәрҙәргә, уларҙы һайлауға, тармаҡты үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан сығып башланған эш киләсәктә үҙ емештәрен бирмәй ҡалмаҫ, тип ышанырға мөмкин.

Проекттың авторы, етәксеһе Эльмира ҒИЗЕТДИНОВА:

– Ауылдың киләсәген, уның иҡтисадын үҫтерер өсөн тармаҡты яҡшы тойған белгестәр кәрәк, уларға иһә әлеге заманда ҙур ҡытлыҡ күҙәтелә. Был бик көнүҙәк мәсьәлә, уны хәл итеү өсөн эҙмә-эҙлекле эш алып барырға кәрәк. Хәҙерге балалар ауыл тормошоноң күп яҡтарын, хужалыҡ алып барыуҙы, баҡса үҫтереүҙе күҙ алдына килтереп бөтмәй, ни өсөн тигәндә, колхоз-совхоздар юҡ ҡына түгел, хатта шәхси хужалыҡтар ҙа кәмей. Тимәк, балалар ауыл хужалығы буйынса эшмәкәрлекте күрмәй, шуға күрә артабан ошо йүнәлештә белем алырға тигән ынтылышы ла булмай.

Ошо уйҙар балаларҙы аграр өлкә менән ентеклерәк таныштырыуға ҡоролған проект уйлауға этәрҙе, гранттар конкурсында ҡатнашырға батырсылыҡ иттем һәм беҙгә уңыш йылмайҙы. Финанс ярҙамы гимназиябыҙҙың аграр класын кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырырға, уҡыу материалдары, балаларға махсус форма һатып алырға булышлыҡ итте, был, әлбиттә, уҡыусыларҙа йәнлелек, тырышлыҡ уятты. Ни тиһәң дә, ҡоро һүҙҙә аңлатып, компьютерҙа күрһәтеп кенә белем биреүгә ҡарағанда, кәрәкле ҡорамалдар ярҙамында үҙҙәре эшләп ҡарау, уҡығандарын ғәмәлдә ҡулланыу балаларға күпкә ҡыҙығыраҡ. Проектыбыҙ башҡа класс уҡыусыларында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, аграр класта уҡырға теләүселәр артты.

Башҡортостан Башлығының Гранттар фондына рәхмәтебеҙ ҙур – хыялда йөрөткән уйҙарҙы тормошҡа ашырырға, белем алыу процесын мауыҡтырғысыраҡ итергә, уҡыусыларға хәҙерге заман ауыл хужалығын алып барыуҙы тулыраҡ күҙ алдына килтерергә булышты, ышаныстарын арттырҙы, уҡытыусыларға тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирҙе. Киләсәктә аграр йүнәлештә юғары белем алып, тыуған яғын күтәрергә, үҫтерергә ҡайтҡан йәштәр булыр, тигән ышанысыбыҙ артты.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Фотолар – гимназия архивынан.

Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр
Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр
Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр
Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр
Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр
Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр
Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр
Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас