

Башҡортостанда “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә пилотһыҙ авиация системалары буйынса йәйге профилле смена ойошторола. Бындай сараларҙы үткәреү “Пилотһыҙ авиция системалары” милли проекты бурыстары тап килә. Был турала төбәктең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы хәбәр итә.
Смена барышында унда ҡатнашыусылар пилотһыҙ осоу аппараттарының ҡоролошо менән таныша. Пилотлау нигеҙҙәрен үҙләштерә, профессионал симуляторҙарҙа эшләргә өйрәнә, дронға идара итеүҙә үҙҙәренең көстәрен һынай.
Программала шулай уҡ дрон-болу буйынса дәрестәр үткәрелә. Унда үҫмерҙәр аппаратты осороу, ултыртыу, бейеклегенә, йүнәлешенә идара итеү нескәлектәрен өйрәнә.
Бынан тыш, пилотһыҙ осоу технологияһының тарихы тураһында лекциялар ҙа фәһемле. Балалар шулай уҡ сәнәғәттә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, логистикала һәм башҡа тармаҡта дрондарҙы ҡулланыу перспективаһы тураһында белә.
“Пилотһың авиация системалары” милли проекты ярҙамында граждандар беспилотниктары ла булдырыла һәм файҙаланыла.
Фото: Гөлдәр Яҡшығолованыҡы.