

“Уҡытыусылар һеҙгә ишекте аса ала, ләкин унда үҙегеҙ инергә тейешһегеҙ”.
Ҡытай мәҡәле.
Мәктәпкә уҡырға барыу бала ғүмерендәге иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе булһа, уҡыуға өйрәнеп, яраҡлашып китеү – уның тормошондағы мөһим һәм ҡатмарлы этап. Тап ошо осорҙа уҡыуҙағы уңыштарға ныҡлы нигеҙ һалына.
Мәктәпкә өйрәнеү – ҙур һынау ул
Мәктәпкә яраҡлашыу – баланың яңы шарттарға күнегеү процесы. Беренсе класҡа барғас, ул тормошонда ҙур үҙгәрештәр кисерә: уның алдына яңы мөнәсәбәттәр һәм бәйләнештәр, яңы талаптар һәм бурыстар баҫа, аҡыл һәм физик көстө, иғтибарҙы туплау кеүек мәсьәләләр ҡуйыла. Уға һәр дәрестә 30-40 минут ултырырға, дөйөм ҡағиҙәләрҙе үтәргә, башҡа балалар һәм уҡытыусылар менән мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәнергә кәрәк. Ошоға тиклем уйындан башҡа артыҡ мәшәҡәтте белмәгән бала өсөн был – ҙур һынау.
Ғәҙәттә, психологтар мәктәпкә өйрәнеүҙе өс төрлө йүнәлештә ҡарай.
Мәктәпкә өйрәнеү – оҙайлы процесс, ул ике-өс көндә генә хәл ителмәй. Иң ҡатмарлы осор – тәүге ай, шуға күрә тап ошо мәлдә балаға айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш ителә.
Мәктәпкә өйрәнеү этаптары
Тәүге дүрт аҙна киҫкен осор тип билдәләнә. Был мәлдә ҡатмарлыҡтар иң юғары нөктәгә етеүе мөмкин: күҙ йәше, мәктәпкә барыуҙан баш тартыу, иғтибар һәм хәтер яғынан ҡыйынлыҡтар булыуы ихтимал.
Бишенсе – һигеҙенсе аҙнала сағыштырмаса тыныс осор башлана. Бала яйлап мәктәп тормошона өйрәнә, көсөргәнеш кәмей, йоҡо һәм аппетит нормаға килә, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу арта, тәүге дуҫлыҡ бәйләнештәре барлыҡҡа килә.
Беренсе ярты йыллыҡтың аҙағын тергеҙеү (компенсация) осоро тип йөрөтәләр. Был ваҡытҡа бала уҡыу ҡағиҙәләрен яҡшы төшөнә, мәктәптә үҙен иркен һәм ышаныслы тота башлай, байтаҡ мәсьәләләрҙә үҙаллылыҡ күрһәтә.
Һанап үтелгән этаптар барлыҡ балаларҙа ла тап ошо ваҡыт арауығына тура килә тигәнде аңлатмай, шәхсән үҙенсәлектәргә, уҡыуға әҙерлеккә ҡарап, ҡайһы бер балаларға мәктәпкә ныҡлы өйрәнеү өсөн тотош уҡыу йылы кәрәк булыуы ла бар.
Нимәгә иғтибар итергә?
Мәктәпкә өйрәнеүҙәге ауырлыҡтар тураһында хәбәр итерҙәй билдәләргә лә туҡтап үтәйек:
- бала тиҙ арый, йыш ҡына хәле юҡлыҡҡа зарлана;
- тиҙ генә ярһып бара, илау, үтә хәүефләнеүсәнлек күҙәтелә;
- йоҡоноң һәм аппетиттың боҙолоуы;
- мәктәпкә барыуҙан баш тартыу;
- иғтибар туплауға бәйле ҡатмарлыҡтар;
- тиҫтерҙәре менән ыҙғыш, класташтары менән аралашып бармау;
- уҡыу материалын үҙләштереүгә бәйле ҡыйынлыҡтар.
Нисек ярҙам итергә?
Бында ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың һәм, кәрәк булғанда, белгестәрҙең берлектә эшләүе мөһим.
Ата-әсә иң тәүҙә өйҙә тыныс, йылы мөхит булдырырға тейеш. Тотороҡло көн тәртибен төҙөргә ярҙам итегеҙ: 9-10 сәғәттән дә кәм булмаған йоҡо, уҡыу, ял һәм уйын ваҡыты.
Балағыҙ менән мәктәп, ундағы хәлдәр тураһында һөйләшегеҙ: билдәләр тураһында ғына түгел, хис-тойғоһо, ҡатмарлыҡтар, класташтар менән мөнәсәбәте хаҡында ла һорашығыҙ. Бәләкәй генә уңыштары өсөн дә маҡтағыҙ, үҙ-үҙеңде ойоштороу һәләтен булдырырға ярҙам итегеҙ, портфелен, уҡыу кәрәк-ярағын йыйырға, ваҡытты планлаштырырға өйрәтегеҙ, ләкин бала өсөн барыһын да үҙегеҙ эшләмәгеҙ. Нимәлер килеп сыҡмаған осраҡта, уны башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ, “Рәт сыҡмаҫ был баланан”, – тип мөһөр һуғырға ашыҡмағыҙ. Мәктәпкә өйрәнеү осоронда өҫтәмә түңәрәктәр һәм секциялар менән көс төшөрмәгеҙ – былар хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәреүе мөмкин.
Мәктәпкә өйрәнеүҙе еңеләйтеү өсөн бала күңелендә уҡыусының ыңғай образын тыуҙырыу мөһим. Бәләкәсегеҙҙә белемгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә тырышығыҙ, бергәләп китаптар уҡығыҙ, төрлө энциклопедиялар менән танышығыҙ, мәктәпкә ыңғай ҡараш тыуҙырған фильмдар ҡарарға була. Үҙегеҙҙең мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөп, балағыҙға үҙегеҙҙең уҡырға барыу тәжрибәһе, белем алыу осорондағы иҫтәлектәр тураһында һөйләгеҙ.
1 сентябрь көнө 1-се класс уҡыусыһы хөрмәтенә бәләкәй генә байрам ойошторорға ла мөмкин. Тик шул уҡ ваҡытта белем алыуҙың көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт икәнен һеңдереү ҙә мөһим. Бер танышымдың улы, 1 сентябрҙе шул тиклем ҙур байрам һымаҡ көтөп алып, мәктәпкә барған. Икенсе көнөнә иртәнсәк “Әйҙә, улым, мәктәпкә”, тиеүгә, малай: “Ул мәктәпкә көн һайын йөрөргә кәрәкме ни?” – тип ата-әсәһен көлдөргән.
Ҡайһы бер ата-әсә мәктәп формаһына ҡарата кире ҡарашта булыуын, “ул баланың иркен сикләй” тигән фекер белдерә. Әммә шуны ла онотмайыҡ: мәктәп формаһы кескәй саҡтан тәртипкә өйрәтә, үҙ әйбереңә, кейемеңә һаҡсыл ҡараш, йыйнаҡлыҡ тәрбиәләй. Балала билдәле бер социаль төркөмгә ҡарағаны өсөн ғорурлыҡ уяна, үҙ-үҙенә ышанысы арта.
Уҡыуҙа һәм аралашыуҙа ауырлыҡтар тыуһа, уҡытыусыға йәки мәктәп психологына мөрәжәғәт итергә тартынмағыҙ.
Уҡытыусының класта ышаныслы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуы мөһим. Уҡытыуҙа уйын формаларын ҡулланыу, арыуға юл ҡуймаҫ өсөн эшмәкәрлек төрҙәрен сиратлаштырыу ҙур әһәмиәткә эйә, класс коллективын ойоштороу, дуҫлыҡ ептәрен булдырыу өсөн уртаҡ эш, шөғөлдәр ярҙам итә. Ата-әсәләр менән бәйләнеш булдырыу ҙа бик мөһим: баланың хәл-торошо тураһында белеп торһалар, кәрәк сағында бергәләп ярҙам итһәләр, ҡатмарлыҡтарҙы йырып сығыу еңелгә тура киләсәк.
Шағир әйткәнсә, меңәрләгән бәләкәс йөрәктәргә һүнмәҫлек дәрт тә, киләсәктә белем тауына үрләү, йыһан киңлектәрен айҡау, яңы асыштар һәм осоштар өсөн ныҡлы нигеҙ ҙә беренсе уҡытыусы тарафынан һалына.
“Белем алыуҙың тамырҙары әсе, ләкин емештәре татлы”, – тигән боронғо грек философы һәм ғалимы Аристотель. Ә шул татлы емештәрҙе тәмләр өсөн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Кескәй уҡыусыларға ла, ата-әсәләргә лә, уҡытыусыларға ла уңыштар, түҙемлек һәм һаулыҡ юлдаш булһын!
Тормоштан осраҡ
“Ҡыҙым беренсе класҡа барғанда артыҡ проблемалар тыуҙырманы, һәүетемсә генә мәктәп тормошона өйрәнеп, уҡып алды ла китте. Тәүге мәлдә мәктәпкә алып барыу, ҡаршы алыу кеүек бурыстарҙы иптәшем менән алмашлап үтәнек, ә ярты йылдан һуң йорт эргәһендә генә урынлашҡан мәктәпкә үҙе бара башланы, өйгә эштәрен дә үҙаллы башҡарҙы, кейем-һалымын, уҡыу кәрәк-ярағын да тәртиптә тотто.
Улым менән дә шулай еңел генә мәктәп тормошона өйрәнеп китербеҙ тигән өмөттәр тәүге аҙнала уҡ селпәрәмә килде. Ул уҡыу процесына күнегеп китә алмай шул тиклем аҙапланды, уның ыңғайына беҙҙең дә хәл бөттө.
Тулҡынланып көткән 1 сентябрь үтеп китте, улыбыҙ мәктәптән дәртләнеп ҡайтып инде. Әммә ғәҙәти уҡыу көндәре башланыуға, проблемалар тыуҙы: улыбыҙ артыҡ тынысһыҙға, илаҡҡа әйләнде. Портфелен үҙе йыя, уҡыу-кәрәк ярағын тәртиптә тота алмай. Ул юғалтҡан ручка-ҡәләмдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Төндә насар йоҡлай башланы, иртәнсәк уятыуы ҙур мәсьәләгә әйләнде.
Тәүҙә үтер әле, мәктәпкә ауырыраҡ өйрәнә тип уйланыҡ, әммә ярты йылдан һуң да хәл яҡшырмағас, әллә иртәрәк бирҙекме икән, баланы ыҙалатҡансы, уҡыуҙан алып, киләһе йыл яңынан бирергәме икән, тип уйлана башланыҡ. Башта уҡытыусыһы менән һөйләшеп ҡарарға булдыҡ. Бәхеткә күрә, бик аҡыллы, тәжрибәле, балалар күңеленә асҡыс таба белгән уҡытыусы тура килде. Улығыҙҙың уҡырға потенциалы бар, тик асылып китә алмай, яйлап өйрәнер, тип тынысландырҙы ул һәм кәрәк саҡта ярҙамға килергә әҙерлеген белдерҙе.
Көс-хәл менән беренсе класты тамамлап, йәйге каникул ваҡытында бер ни тиклем ял итеп, ҡурҡыу һәм борсолоуҙар менән икенсе класты көтә башланыҡ. Шөкөр, икенсе класта хәлдәр яйланды, улыбыҙ ҙа тынысланды, уҡыу тәртибенә өйрәнеп китте, үҙен ышаныслы тота, үҙаллы була башланы, мәктәпкә лә ихлас йөрөй, гел бишкә генә уҡымаһа ла, яҡшы белем кимәлен күрһәтә, класташтары араһында дуҫтары барлыҡҡа килде.
“Мәлен үткәрә белергә кәрәк”, тиҙәр бит ҡайһы саҡта. Улыбыҙҙың мәктәпкә өйрәнеү осоро тотош бер уҡыу йылын алһа ла, ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алдыҡ. Бөтә беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәһенә, уҡытыусыларға сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйем”.
Авторы - юғары категориялы психолог Ғәлиә СӘЛИХОВА.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.