

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә юғары уҡыу йорттарына инеү йомғаҡтары тикшерелде. Республиканың фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина ҡабул итеү кампанияһының тамамланыуы тураһында хәбәр итте.
Ведомство башлығы хәбәр итеүенсә, 2026 йылда төбәктең юғары уҡыу йорттары 17 424 бюджет урынын тултырған — былтырғыға ҡарағанда 3,2 процентҡа күберәк. Бакалавриатта бюджет урындары һаны 4,4 процентҡа, белгеслектә 3 процентҡа, СПО программалары буйынса 13,7 процентҡа, аспирантурала 14,6 процентҡа артҡан.
– Бакалавриатҡа һәм белгеслеккә бөтәһе 11 113 урын бүленгән, был мәктәпте тамамлаусыларҙың 75 процентының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә, — тине Светлана Мостафина.
Ул сығышында сифат күрһәткестәренә айырыуса иғтибар бүлде. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса БДИ-ның уртаса балы 7,7 балға артҡан – иң ҙур үҫеш профилле математика, физика һәм информатика буйынса теркәлгән. Йөҙ балға яҙғандар һаны 63-кә еткән, олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары – 248, был былтырғынан ике тапҡырға күберәк.
Республика Башлығы Радий Хәбиров профилле ведомство һәм юғары уҡыу йорттарының эшенә ыңғай баһа бирҙе.
– Беҙҙә бюджет урындарының үҫеше, ғөмүмән, студенттарҙы ҡабул итеүҙең үҫеше күҙәтелә. Яҡшы эш, – тине ул.
Әле түләүле урындарға ҡабул итеү тамамланмаған. Һуңғы теүәл һандар көҙ аҙағында билдәле буласаҡ. Радий Хәбиров шулай уҡ, октябрь-ноябрь айҙарында университеттар эшмәкәрлегенең йомғаҡтарын ентекләберәк тыңлау планлаштырыла, шул иҫәптән финанс күрһәткестәрен һәм республиканың стратегик перспективаларында юғары уҡыу йорттарының урындарын тикшереү күҙаллана, тип иҫкә төшөрҙө.
Бынан тыш, Радий Хәбиров ҡабул итеү процедураларын тиҙ арала тамамларға ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, уҡыу процесын шыма башлау өсөн шарттар булдырыу зарур. Шулай уҡ ул 4 сентябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында беренсе курс студенттарына күләмле республика бағышлауы үтәсәк тип иғлан итте.
Фото: "Башинформ".