Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Белем көнө алдынан Өфөнөң Глумилин-2 биҫтәһендә урынлашҡан 88-се мәктәптең яңы корпусы асылды. Баш ҡала тарихындағы сағыу ваҡиғала Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция тәртибендә ҡатнашты.
* * *
Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм мәктәп директоры Ольга Ануфриева ил башлығына мәғариф учреждениеһының эш башлауға тулыһынса әҙерлеге тураһында белдерҙе.
– Баш ҡалабыҙҙың яңы биҫтәһендә заманса белем усағын оло ҡыуаныс менән асабыҙ, – тине мәктәп директоры. – Ул һеҙ шәхсән килеп асыуҙа ҡатнашҡан Көрәш һарайы ҡаршыһында урынлашҡан. Ике учреждение берлектә республикабыҙҙа йәш быуынға төрлө яҡлы, лайыҡлы тәрбиә биреүгә ынтылышты сағылдыра.
Директор әйтеүенсә, 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәптә 65 класс тупланған да инде. Мәғариф учреждениеһы педагогтар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Араларында 29 йәш белгес бар, улар бөгөн, Белем көнөндә, хеҙмәт юлын ошонда башлай. Мәктәптә балаларҙың да, педагогтарҙың да хыялдары тормошо ашһын өсөн бөтә мөмкинлектәр, уңайлы шарттары булдырылған, айырым тармаҡтарға бәйле махсус кластар, заманса кабинеттар, лабораториялар, бик күп түңәрәктәр, спорт секциялары эшләйәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президентына урындағы мәғарифтың үҫеше, ҡаҙаныштар тураһында һөйләне.
– Республикабыҙҙа 1 сентябрҙә бер миллион ярымдан ашыу уҡыусы мәктәпкә бара. Уларҙың 41 меңе – беренсе класҡа, – тип хәбәр итте Радий Фәрит улы. – Әлбиттә, балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә белем биреүҙең яңы, ремонтланған мәктәптәрҙә алып барылыуын теләй. Һеҙҙең ярҙам менән уларҙың хыялын тормошҡа ашырыуҙы – заманса мәғариф учреждениелары төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Мәктәптәрҙе яңыртыу буйынса Президент программаһы һәр эштә ҙур ярҙам булып тора. Владимир Владимирович, һеҙгә педагогтар, уҡыусылар һәм барлыҡ республика халҡы исеменән даими ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм.
Радий Хәбиров шулай уҡ уңайлы шарттарҙа балаларҙың уҡыуға яҡшыраҡ, яуаплыраҡ ҡарауын билдәләне. Был аныҡ һөҙөмтәләрҙә лә сағыла: БДИ йомғаҡтарынан күренеүенсә, республикабыҙҙа юғары балл йыйғандар артҡандан-арта, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүселәр, призерҙар күбәйә бара.
Башҡортостан Башлығы, мөмкинлектән файҙаланып, Владимир Путинды Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Вуз-ара студенттар кампусын асыу тантанаһына ла саҡырҙы. Билдәле булыуынса, был мәғариф учреждениеһы ла Рәсәй Президенты ярҙамында төҙөлә. Уны ошо йылдың аҙағында асыу планлаштырылған.
* * *
Рәсәй Президенты Владимир Путин республикабыҙҙа ҡеүәтле инфраструктура объекттары төҙөүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты даими хуплап, ярҙам күрһәтеп тора. Һуңғы йылдарға ғына күҙ һалғанда, ил башлығы видеобәйләнеш тәртибендә төбәктәге бер нисә мөһим объект эшенә старт бирҙе. Мәҫәлән, 2024 йылдың 1 февралендә Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты, 2 февралдә Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге асылды. Шул уҡ йылдың 22 декабрендә Президент М-12 “Көнсығыш” юлының Башҡортостан биләмәһенән үткән 65 километрлыҡ участкаһында хәрәкәткә старт бирҙе. Былтыр 10 июндә Владимир Путин ҡатнашлығында Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы эшләй башланы, 16 июлдә иһә М-12 трассаһының 275 километрҙан ашыулыҡ Дүртөйлө – Әчит участкаһы асылды. Шулай уҡ 2024 йылдың октябрендә ил Президентына сафҡа ингән спорт объекттары – Өфөләге ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар һәм Нефтекамалағы “Амфибия” спорт комплекстары күрһәтелде.
* * *
Башҡортостанда мәғариф инфраструктураһы эҙмә-эҙлекле киңәйтелә һәм яңыртыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров белем биреү объекттары төҙөүҙе, яңыртыуҙы, эштең срогын, сифатын шәхси контролдә тота: объекттарҙы үҙ ваҡытында тапшырыу төбәктең артабан да федераль ярҙам алыу мөмкинлеген билдәләй.
Быйыл республикала яңыртыу программаһына 54 объект индерелгән: 42 мәктәп, алты балалар баҡсаһы һәм алты колледж. Ошо эш арҡаһында быйылғы уҡыу йылын 28,5 меңдән ашыу уҡыусы яңыртылған биналарҙа башлай. Баш ҡалала ғына ла 16 мәктәптә комплекслы капиталь ремонт үткәрелә. Шулай уҡ һәр береһе 1225 урынға иҫәпләнгән өс мәктәп төҙөлә: Глумилин-2, Сағыу биҫтәләрендә һәм Миловская урамында. Ике балалар баҡсаһы һалыу, 23-сө мәктәпте реконструкциялау дауам итә.
* * *
Глумилин-2 биҫтәһендәге 88-се мәктәптең яңы корпусын асыу йәш микрорайонда социаль инфраструктураны нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Был кварталдарҙа йәш ғаиләләр арта, балалар күпләп тыуа. Яңы мәктәптең икенсе корпусы уҡыусыларға бер сменала белем алыу, Октябрь районының әлеге белем биреү селтәрендә көсөргәнеште кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Яңы корпус “Тулы көн мәктәбе” моделе буйынса эшләйәсәк. Уҡыу процесын лабораторияларҙа, ижади студияларҙа, музей-тыуған яҡты өйрәнеү комплексында, спорт секцияларындағы күнекмәләр тулыландырасаҡ. Был формат балаға бер майҙансыҡта төп һәм өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген бирә. 3D-моделләү, прототиплау, лазер технологиялары, проект һәм медик-биологик тикшеренеүҙәр, фото, кино төшөрөү, тауыш яҙҙырыу, сәнғәт, дизайн – барыһы ла балаларҙың, ата-әсәнең теләгенә йүнәлтелгән.
* * *
Балаларға алдан уҡ һөнәри йүнәлеш биреү мәктәптең юғары уҡыу йорттары, колледждар менән бәйләнешен нығыта. 88-се мәктәптә 5-се кластан алып агротехнология, кадет, ижади индустрия йүнәлештәрен индерә башлау планлаштырылған. Өлкәнерәктәр тәбиғәт-фән, инженер, мәғлүмәт технологиялары, гуманитар профилле кластарҙа шөғөлләнәсәк. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берлектә дәүләт хеҙмәте класы ла асыласаҡ.
Мәғариф учреждениеһының партнерҙары – республиканың төп юғары уҡыу йорттары, медицина, спорт ойошмалары. Бындай хеҙмәттәшлек уҡыусыларға профилле күнекмәләргә йөрөү, заман ҡорамалдарында ғәмәли тәжрибә алыу мөмкинлеген асасаҡ.
* * *
Республикала мәктәптәрҙе яңыртыу белем биреүҙең сифатын арттырыу, һөнәри әҙерлекте үҫтереү маҡсаттарына йүнәлтелгән.
2026 йылда Башҡортостандың 11 сығарылыш класс уҡыусыһы БДИ буйынса 210-ар балл йыйҙы. Бер йыл элек был юғары нөктә 159 ине. Йәштәр араһында тәбиғәт-фән дисциплиналарын һайлау буйынса республика илдә икенсе урынды биләй. Был һөҙөмтәләр – уҡытыу базаһын яңыртыуҙың, профилле белем биреүҙе көсәйтеүҙең аныҡ сағылышы.
Быйыл Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында Өфө ҡалаһынан 98 уҡыусы ҡатнашты, дүртәүһе еңеү яуланы, 31-е призер булды.
Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Бөгөн мәғариф тармағында төп мәсьәлә – йәш быуынға һөнәри йүнәлеш биреү. Был йәһәттән республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә төбәгебеҙҙә эҙмә-эҙлекле әүҙем эш алып барыла, заманса ҡыйыу аҙымдар яһала. Балаларға һөнәри йүнәлештең башланғыс кластарҙа уҡ бирелә башлауын ата-әсәләр ҙә хуплап ҡабул итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында асылған яңы мәктәп өлгөһөндә лә шуны күрәбеҙ: белем усағында йәш быуынға һәр яҡлап үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлектәр, уңайлы шарттар булдырылған. Һәм бындай мәғариф учреждениелары беҙҙә күп, улар йылдан-йыл арта бара.
Яңы мәктәптәр төҙөү, иҫкерә төшкәндәрен ремонтлау эштәре яҡты киләсәгебеҙ мәнфәғәтендә алып барыла. Радий Фәрит улының әйткәндәренә ҡушылам: төҙөк, матур урында балалар белем алыуға яуаплыраҡ ҡарай. Тимәк, илебеҙ, республикабыҙ яҙмышы, рухи ҡиммәттәребеҙ ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ.
Лариса АБДУЛЛИНА, Башҡортостандың халыҡ шағиры, “Аҡбуҙат” республика балалар журналының баш мөхәррире:
– Яңы мәктәп яңы бина ғына түгел, ә заманса шарттар тыуҙырылған уҡыу йорто. Корпуста заманса мөхит тә булдырылған: 3D‑интерактив, медик-биологик тикшеренеүҙәр һәм башҡа кабинеттар, лабораториялар. Балаларҙың сәләмәтлеге иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Тел һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ, театр, фото, кино, тауыш яҙыу, сәнғәт, дизайн, мультипликация, рәсем студияларына айырым иғтибар бүлеп, шуны әйткем килә: тап уларҙа тел предмет булараҡ өйрәтелеп ҡалмаҫ, ә башҡортса йәнһүрәттәр аша тел мөхите барлыҡҡа килер тип өмөт итәм.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, республикабыҙҙа Урал батыр көнө булдырылды. Мәктәптең музейында, тыуған яҡты өйрәнеү комплексында, моғайын, милли ҡомартҡыбыҙға ҙур иғтибар бүленер. Спорт блогынан балалар тура Көрәш һарайына табан атлар. Әлегәсә уңыштары менән ҡыуандырған мәктәп киләсәктә яңы балҡыштары менән илгә танылыр.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан.