

Бөгөн республикабыҙҙың төрлө төбәгендәге мәктәптәрҙә меңәрләгән 1-се класс уҡыусыһы Белем көнө айҡанлы тантанаға йыйылды, улар өсөн тәүге ҡыңғырау яңғыраны һәм тәүге дәрес үтте. Тулҡынланып та, ғорурланып та мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан бәләкәстәр араһында беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенең журналисы Рүзилә Ҡолөмбәтованың улы Самат та бар.
– Беҙ күптән көткән 88-се мәктәптең яңы корпусы бөгөн үҙ ишектәрен асты. Самат улыбыҙ өр-яңы, матур итеп йыһазландырылған, балаларҙың төрлө яҡлап үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырылған заманса белем усағына 1-се класҡа уҡырға барҙы. Бер йыл ошо мәктәптең әҙерлек курсына йөрөнө. Математика фәненә ҡыҙыҡһыныуын, иҫәп-хисапҡа шәплеген күреп, ошо йүнәлештә уҡырға бирергә уй бар ине. Математика буйынса тесты ла бик һәйбәт һөҙөмтәгә эшләне. Шул уҡ мәлдә кадет класына бирергә лә теләгебеҙ булды. Беҙҙең ҡыуанысҡа яңы йүнәлеш булдырғандар, һөҙөмтәлә Саматыбыҙ кадет-математика класына эләкте, - тип шатлыҡлы тәьҫораттары менән уртаҡлашты коллегабыҙ Рүзилә.
Рүзилә һәм Азамат Ҡолөмбәтовтар Салауат, Самат һәм Хаммат исемле өс ул үҫтерә. Өлкәндәре Салауат быйыл өсөнсө класҡа барған, ә кинйә улдары Хамматҡа – ике йәш. Салауат менән Самат дзюдо менән дә шөғөлләнә. Күп балалы йәш ғаиләгә – бәхетле, бәрәкәтле ғүмер, ә егеттәргә тырышып уҡып, ата-әсәһен ҡыуандырыуын теләйбеҙ.
Фотолар Ҡолөмбәтовтарҙың ғаилә альбомынан.