

Әлеге ваҡытта капиталь ремонт буйынса федераль программаға ярашлы, республикабыҙҙа 42 мәктәп яңыртыла, уларҙың 36-һы 1 сентябрҙә балаларҙы ҡаршыларға әҙер булды. Капиталь ремонт – ул стеналарҙы яңыртыу ғына түгел, ә мәктәпте тулыһынса үҙгәртеп ҡороу. Быны беҙ Ауырғаҙы районының Шланлы урта мәктәбендә үҙебеҙ күреп ҡайттыҡ.
1973 йылда төҙөлгән ауыл мәктәбе ошоғаса бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән, ә быйыл ул үҙ уҡыусыларын өр-яңы төҫтә балҡып ҡаршы ала. Мәктәптә 17 миллион һумға торошло ремонт эштәре башҡарылған, бынан тыш, биләмәне төҙөкләндереүгә 7 миллион һум йүнәлтелгән, 9,5 миллион һумға яңы йыһаздар алынған. Белем усағын яңыртыуға район хакимиәте лә ҙур өлөш индергән – 5 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән.
Матур итеп заманса материалдар менән көпләнгән мәктәп, ысынлап та, әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра. Яҡты уҡыу бүлмәләре, үҙенсәлекле итеп биҙәлгән коридорҙар, ашхана, тантаналар залы, өр-яңы уңайлы йыһаздар – барыһы ла уҡыусыларҙың уңайлылығын күҙ уңында тотоп эшләнгән.
– Бөгөн беҙҙең мәктәптә биш ауылдан 72 уҡыусы белем ала. Балаларҙы ике автобуста йөрөтөү ойошторолған. Күреүегеҙсә, капиталь ремонттан һуң бик матур шарттар булдырылды. Балаларға ошоларҙың барыһының да ҡәҙерен белеп, һаҡлап, тырышып уҡырға ғына ҡала, – ти мәктәп директоры Андрей Михайлович Алексеев.
Ул уҡытыусылар коллективы тураһында ла йылы һүҙҙәрен әйтте. Бөгөн бында 14 педагог балаларға төплө белем һәм тәрбиә биреү өсөн тырышып хеҙмәт итә, күптәре оҙайлы хеҙмәте менән хөрмәт яулаған. Уҡыусылар рус, башҡорт, сыуаш һәм инглиз телдәрен өйрәнә. Мәктәптең спорт буйынса уңыштары ла тос, сөнки бында бер түгел ике спорт мастеры – Людмила Рәхимова менән Иван Мирошников эшләй. Урындағы “Дружба” ауыл хужалығы кооперативы менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылған, быйыл мәктәптә агрокласс асылған.
Бөгөн, Белем көнөндә, Шланлы мәктәбенә алты ҡыҙ һәм малай уҡырға килде. Устиния Игнатьева, Николай Никифоров, Нурислам Ишмаев, Инесса Игнатьева, Виктория Иванова һәм Арина Игнатьева был көндө ҙур тулҡынланыу менән көтөп алған. Улар тәжрибәле педагог Луиза Байморатова етәкселегендә белем аласаҡ.
– Балалар баҡсаһынан мәктәпкә эшкә күсеүемә – биш йыл. Был – минең икенсе класым. Эшемде шул тиклем яратам, ҡыуанып киләм, балаларҙың ҡыҙыҡһыныусан, ихлас ҡарашы иҫ киткес дәрт һәм көс бирә. Мине талапсан уҡытыусы тиҙәр, шунһыҙ булмай ҙа, сөнки баланың шәхес булараҡ үҫешенә төп нигеҙҙе тап башланғыс класс уҡытыусыһы һала, – ти өс тиҫтә йылға яҡын педагог стажына эйә Луиза Ивановна.
Бәләкәстәренең яңыртылған, бөтә шарттар булдырылған мәктәптә белем алыуына ата-әсәләр ҙә шат.
– Шул тиклем матур ремонт башҡарылған, ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Мин – дүрт бала әсәһе, быйыл бәләкәсебеҙ Устиния уҡырға килде, өлкәндәре лә ошо мәктәптә белем алды. Ауыл ерендә балаларға шундай шарттар булдырылыуына шатбыҙ, – тине Людмила Игнатьева.
– Минең дә өс балам Шланлы мәктәбендә яҡшы белем һәм тәрбиә алды. Улар уҡыған мәктәп менән бөгөнгөһөн сағыштырырлыҡ та түгел. Быйыл ейәнсәрем Виктория 1-се класҡа килде. Ошондай матур мәктәп өсөн Хөкүмәткә, етәкселәргә һәм коллективҡа ҙур рәхмәт, – тип һүҙгә ҡушылды Рима Иванова.
Эйе, башҡарылған капиталь ремонттан уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик ҡәнәғәт. Артабан инде балаларға булдырылғандың ҡәҙерен белеп, барлыҡ мөмкинлектәрҙән файҙаланып, яҡты, матур мәктәптә тырышып уҡырға ғына ҡала.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Ауырғазы районы.
Автор фотолары.