Республикабыҙҙа "ГеоВызов" IV халыҡ-ара геология чемпионаты ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Мәҫәлән, һынауҙарҙың бер көнөндә һәр команданан икешәр кеше ҡатнашты. Унда урында киҫкен хәл-ваҡиғаны асыҡларға кәрәк ине, камера иҫәпләүҙәре алып барылды, схема ярҙамында отчет бирҙеләр.
– Беҙҙең студенттарҙың ялан һынауҙарында, имтихандарында үҙҙәрен ышаныслы тойоуы һәм тотоуы ҡыуандыра, – ти Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. – Быға ғорурланырға ғына кәрәк. Үҫмер һәр йәһәттән дә белемле, тырыш, шул уҡ ваҡытта уларҙың педагогтарына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Конкурста ҡатнашыусылар 7 сентябрҙә "Полевая стоянка" тигән һуңғы ярыштарҙа көсөн һынаны. Артабан инде улар өсөн Башҡортостан буйлап экскурсия үткәреләсәк, "Гонка героев"та ҡатнашасаҡтар.
Фото: Андрей Старостин.