Белем һәм тәрбиә
8 Сентября , 04:20

Өфө ғалимдары 1200 градус температурала эшләй алған ТЭН-дар уйлап тапҡан

Рәсәй баҙарында булған патрон йылытҡыстары, ҡағиҙә булараҡ, 700°C-ҡа тиклем температурала эшләргә иҫәпләнгән. Эҫегә сыҙамлы металдарҙы һәм иретмәләрҙе термик эшкәртеү өсөн был етерлек түгел. Предприятиеларға ҙур габаритлы мейестәр ҡулланырға тура килә, был технологик процестарҙы ҡатмарлаштыра һәм сығымдарҙы арттыра. 

Өфө ғалимдары 1200 градус температурала эшләй алған ТЭН-дар уйлап тапҡанӨфө ғалимдары 1200 градус температурала эшләй алған ТЭН-дар уйлап тапҡан
Өфө ғалимдары 1200 градус температурала эшләй алған ТЭН-дар уйлап тапҡан

Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары – Евразия фәнни - тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты – индустриаль партнер менән берлектә 1200°C-ҡа тиклем температурала эшләй алған юғары температуралы патрон электр йылытҡыстары (ТЭН) әҙерләгән. Яңы эшләнмә производство һынауҙарын үтә, ә проект командаһы уны сәнәғәттә етештереү өсөн технология линияһын әҙерләй.

Патрон электр йылытҡыстары, йәғни ТЭН-дар сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында ҡулланыла. Улар компактлы, юғары ҡеүәткә эйә, тиҙ һәм тигеҙ йылытыуҙы тәьмин итә, экономиялылығы һәм оҙайлы хеҙмәт итеү ваҡыты менән айырылып тора.

Шул уҡ ваҡытта Рәсәй баҙарында булған патрон йылытҡыстары, ҡағиҙә булараҡ, 700°C-ҡа тиклем температурала эшләргә иҫәпләнгән. Эҫегә сыҙамлы металдарҙы һәм иретмәләрҙе термик эшкәртеү өсөн был етерлек түгел. Предприятиеларға ҙур габаритлы мейестәр ҡулланырға тура килә, был технологик процестарҙы ҡатмарлаштыра һәм сығымдарҙы арттыра.

Юғары температуралы ТЭН-дарҙы эшләү – фәнни берләшмәләрҙең һәм етештереүселәрҙең аныҡ технологик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн берләшеүенең яҡшы миҫалы. Бындай проекттар сәнәғәт тармағында етештереү процестарының һөҙөмтәлелеген арттырырға һәм предприятиеларҙың технологик мөмкинлектәрен киңәйтергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин.

Белешмә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлештә эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында ошондай 24 студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.

Башҡортостан Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә асылды.

Мәғлүмәт һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас