Белем һәм тәрбиә
15 Сентября , 15:20

«Иң яҡшы педагогия династияһы» конкурсының финалы уҙасаҡ

2026 йылдың 17-19 ноябрендә Өфөлә, Аҡмулла исемендәге университетта, «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы педагогия династияһы» конкурсының финалы уҙасаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығында.

«Иң яҡшы педагогия династияһы» конкурсының финалы уҙасаҡ«Иң яҡшы педагогия династияһы» конкурсының финалы уҙасаҡ
«Иң яҡшы педагогия династияһы» конкурсының финалы уҙасаҡ

2026 йылдың 17-19 ноябрендә Өфөлә, Аҡмулла исемендәге университетта, «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы педагогия династияһы» конкурсының финалы уҙасаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығында.

Конкурстың маҡсаты — педагогия династиялары вәкилдәренә күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәттәре һәм мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн йәмәғәтселек тарафынан танылыу белдереү, педагог һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итеү, мәғарифта ғаилә һәм традицион Рәсәй рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен популярлаштырыу.

Традиция буйынса конкурс өс номинацияла үткәрелә:
— «Киләсәк нигеҙе» (дөйөм педагогия стажы 50 йылдан 150 йылға тиклем булған династиялар өсөн);
— «Булырға тигән саҡырыу» (дөйөм педагогия стажы 151 йылдан 300 йылға тиклем булған династиялар өсөн);
— «Быуаттан быуатҡа» (дөйөм педагогия стажы 300 йылдан ашыу булған династиялар өсөн).

Ситтән тороп ҡатнашыу этабына документтар 2026 йылдың 15 октябренә тиклем ҡабул ителә. Унда ҡатнашыу өсөн ped.dynasty@bspu.ru электрон почтаһына ғариза, ҡатнашыусыларҙың портрет һәм төркөм фотоһүрәттәрен, шулай уҡ династияны танытыусы видеовизитка ебәрергә кәрәк. Финалсылар исемлеге 27 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса баҫылып сығасаҡ.

Был этапҡа үткән ҡатнашыусылар 2026 йылдың 17-19 ноябрендә Өфө ҡалаһында конкурс һынауҙарында ҡатнашасаҡ. Финал өс конкурс һынауын үҙ эсенә ала: «Педагогия династияһы портреты», «Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәр» һәм «Был беҙҙең ғаиләсә».

Сығыш яһаусыларҙы төрлө төбәктәрҙең мәғариф өлкәһендәге алдынғы эксперттарынан һәм профессионалдарынан торған жюри баһалаясаҡ. Еңеүселәр лайыҡлы танылыу, бүләктәр һәм үҙҙәренең мәғариф инициативаларын киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү мөмкинлеген аласаҡ.

Фото: БР Мәғариф министрлығы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас