Белем һәм тәрбиә
15 Сентября , 13:15

Сит ил белгестәре лекция уҡыны

“Мин был университетты яратам. Бында бөтәһе лә дөйөм эшкә йәлеп ителгән. Беҙҙә Көньяҡ Африкала студенттар бына тигән, тик уларға һеҙҙәге, Өфөләге  кеүек, бирелеп эшләү етешмәй. Эшегеҙгә тоғролоҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек һоҡландыра", - тине профессор Мостафа Саид.

Сит ил белгестәре лекция уҡыныСит ил белгестәре лекция уҡыны
Сит ил белгестәре лекция уҡыны

Мысыр, Нигерия һәм Көньяҡ Африка Республикаһы илдәренең билдәле урологтары Өфөнөң Вуз-ара кампусы студенттары өсөн лекциялар циклы менән сығыш яһаны.

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы резиденты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты халыҡ-ара белем аренаһында позицияларын нығытыуҙы дауам итә.  Университеттың сит ил студенттары өсөн Мысыр, Нигерия һәм Көньяҡ Африка Республикаһы профессорҙарының лекциялары ойошторолдо. 

Александрия медицина университетының эндоурология һәм лапароскопия кафедраһы профессоры Мостафа Саид сит ил студенттары менән урология өлкәһендәге ғәҙәттән тыш хәлдәр менән уртаҡлашты. Абуджи университеты (Нигерия) профессоры, урология бүлексәһе мөдире Осереман сығышын клиник хирургияла һөҙөмтәле коммуникация һәм башҡа мөһим мәсьәләләргә арнаны. Доктор Джордж Мухари Академия дауаханаһының бүлексә мөдире һәм Сефако Мактато университеты профессоры Шинга Мутамбирва  (Көньяҡ Африка Республикаһы) медицинала яһалма зиһенде ҡулланыу тураһында һөйләне. Лекцияларҙың айырым блогы табип эшмәкәрлегендәге этика мәсьәләләренә арналды.

Доклад менән Мабасо Мэриэнн сығыш яһаны. Сит ил спикерҙары Башҡортостан дәүләт медицина университетында үҙенсәлекле мөхит булыуын билдәләне.

– Миңә Өфө бик оҡшай – ул изге күңелле кешеләре һәм бай мәҙәниәте  менән иҫтә ҡала, – тине профессор Саид. – Бөгөнгө лекция йәнле диалогка әүерелде, студенттар һорау бирҙе, мин яуап бирҙем. Эйе, тел ҡаршылығы бар, әммә студенттар тырыша һәм аңлай. Йәш ғалимдарға кәңәшем: әүҙем үҫешегеҙ һәм остазығыҙҙы тыңлағыҙ – шул саҡта барыһы ла килеп сығыр.

Шинга Мутамбирва әйтеүенсә, Рәсәй студенттарының үҙ эшенә бирелеп эшләү кимәле улар үҙҙәрендә күреп өйрәнгәнгә ҡарағанда юғарыраҡ. “Мин был университетты яратам. Бында бөтәһе лә дөйөм эшкә йәлеп ителгән. Беҙҙә Көньяҡ Африкала студенттар бына тигән, тик уларға һеҙҙәге, Өфөләге  кеүек бирелеп эшләү етешмәй. Эшегеҙгә тоғролоҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек һоҡландыра. Минең өсөн партнерлыҡ идеяһы әһәмиәткә эйә. Тәжрибә уртаҡлашыу киләсәгебеҙ өсөн мөһим аҙым буласаҡ”, – тине эксперт.

Профессор Осереман медицинаның өҙлөкһөҙ уҡыу талап итеүен билдәләне. “Элек килгәнемдә минең студенттар менән аралашырға мөмкинлегем булманы. Бөгөн мин уларҙың тема менән тәрән ҡыҙыҡһыныуын тойҙом. Улар табип булып эш башлағас та, белем алыуҙан туҡтамаясаҡтар”, – тип белдерҙе ул.

Башҡортостан дәүләт медицина университеты донъя тәжрибәһе менән уртаҡлашыу буйынса асыҡ майҙан булып ҡала. Хеҙмәттәшлек географияһы киңәйә, вуз делегацияһы Көньяҡ Африка урология ассоциацияһы саҡырыуы буйынса Кейптаундың белем биреү учреждениеһында булды. Яңыраҡ Абуджи университеты менән стратегик партнерлыҡ буйынса килешеү төҙөлдө. Документҡа ярашлы, яңы уҡыу йылы студенттар менән алмашыуҙың тәүге тулҡынын ҡабул итәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас