Белем һәм тәрбиә
16 Сентября , 16:30

Өфөлә фестиваль башланды

Башҡортостандан ҙур тәьҫораттар алып ҡайтыр унда ҡатнашыусылар.

Өфөлә фестиваль башландыӨфөлә фестиваль башланды
Өфөлә фестиваль башланды

16 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Бала саҡты ҡайтарырға” тигән фестиваль тантаналы рәүештә асылды. Уның маҡсаты – етем  һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ойошмаларында тәрбиәләнеүселәргә ярҙам һәм социаль адаптация күрһәтеү.

Өфөгә Волга буйы федераль округы төбәктәренән 300-ҙән ашыу талантлы балалар йыйылды. Улар конкурстың төбәк этабының еңеүселәре.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың остаздарын Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров исеменән уның урынбаҫары Олег Машковцев тәбрикләне. Быйыл сараның Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында үтеүенең осраҡлы булмауын билдәләне.

– Бында холоҡ сыныға, эске рух барлыҡҡа килә. Тыныс түгел осорҙа йәштәребеҙ өсөн был мөһим, - тине Олег Машковцев. – Был урын һеҙҙең өсөн фекерҙәштәрҙең осрашыу урынына әүерелһен, күп йылдарға һуҙылған дуҫлығығыҙ ошонда башланһын.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала уҙғарылған ваҡыттың йәштәр өсөн файҙалы булырына ышанысын белдерҙе.

-Башҡортостанға рәхим итегеҙ! Беҙ ҡунаҡтарға бик шатбыҙ, һеҙгә лә бында оҡшауын теләйбеҙ. Һеҙҙе махсус рәүештә “Патриот” паркына саҡырҙыҡ. Бында төрлө ҡыҙыҡлы саралар көтә: аралашығыҙ, мотлаҡ рәүештә “Геройҙар ярышы”нда ҡатнашығыҙ, десант вышкаһынан һикерегеҙ. Был - үҙегеҙҙең көсөгөҙҙө һынау өсөн ҙур мөмкинлек. Һеҙ иң ижади һәм ҡыҙыҡлы йәштәр. Бынан йөрәгегеҙгә йылылыҡ алып китерһегеҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бала саҡты ҡайтарырға” тигән социаль проект Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның төп бурысы – төбәк һәм округ сараларында ҡатнашыуға мөмкин тиклем күберәк етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы йәлеп итеү, шулай уҡ һәр баланы уңышлы үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

  

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас