

“Благовещен арматура заводы” акционерҙар йәмғиәтендә һәләтле йәштәр араһында “Компас 3D” тигән конструкторҙар конкурсы үтте. Унда Евразия белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы юғары уҡыу йорто, Өфө Фән һәм технологиялар университетын тамамлаусы Рәфис Зыкрин беренсе урын яуланы.
Еңеүсе аҡсалата бүләк аласаҡ һәм уға хеҙмәткә урынлаштырыуға саҡырыу биреләсәк.
- Кампус резидентын тамамлаған егеттең конструкторҙар конкурсында еңеүе – системалы инженер әҙерлек һөҙөмтәһен күрһәтә. Студенттар 2-3 курста сәнәғәт предприятиелары кимәлендәге кейстарҙы эшләй. Тап ошондай мөнәсәбәт юғары технологиялы тармаҡта эшләргә әҙер булған белгестәрҙе формалаштыра. Еңеүсенең хеҙмәткә урынлаштырыуға саҡырыу алыуы беҙҙең сығарылыш йәштәренең һорау менән файҙаланыуын раҫлай, - тине Башҡортостандың фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.