Белем һәм тәрбиә
17 Сентября , 10:50

Мәғрифәт даръяһын киңәйтер “Библиотамсы”

"Ғаилә" милли проектына ярашлы, республикала һигеҙ мәҙәни-мәғрифәт үҙәге асылды.

Мәғрифәт даръяһын киңәйтер “Библиотамсы”Мәғрифәт даръяһын киңәйтер “Библиотамсы”
Мәғрифәт даръяһын киңәйтер “Библиотамсы”

Федераль кимәлдәге милли проекттарҙың республика халҡы тормошон яҡшыраҡ, уңайлыраҡ итеүҙә өлөшө ҙур. Улар тәү сиратта киләсәк мәнфәғәттәренә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, күптән түгел төбәгебеҙҙә һигеҙ балалар мәҙәни-мәғрифәт үҙәге тап “Ғаилә” милли проекты ярҙамында асылды.

“Ғаилә”нән – уңай мөмкинлек

Улар Өфө, Октябрьский, Сибай ҡалалары, Мишкә, Ишембай, Өфө райондары китапханаларының һәм мәҙәниәт-ял учреждениеларының, шулай уҡ Милли китапхананың ҡарамағында эш башланы.

– Үҫеп килгән быуынды хәстәрләү дәүләт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Уларға тәү сиратта заманса уңайлы белем һәм тәрбиә учреждениелары кәрәк, – тине үҙәктәрҙе видеобәйләнеш тәртибендә асыу тантанаһында Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова. – Алыҫ райондарҙа ла китапханалар селтәре булдырыла, мәҙәниәт йорттары, музейҙар яңыртыла. Әле балалар үҙәктәре асыу – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән артабанғы аҙым. Был эш “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Быйыл илдә ошондай балалар үҙәктәрен 300-гә еткереү планлаштырылған. Уларҙың концепцияһы үҙенсәлекле – үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәк, йолалар менән заман технологиялары берләшә.

Республикала яңы үҙәктәр асыуға федераль ҡаҙнанан 30 миллион һумдан ашыу ярҙам йәлеп ителгән. Был сумма иҫәбенән тауышты көсәйтеү аппаратураһы, музыка ҡоралдары, заманса йыһаз, зиһенде үҫтереүсе уйынсыҡтар, ноутбуктар, һанлы пианино, лазерлы проекторҙар, китаптар, фәнни тәжрибә үткәреү өсөн тупланма һәм башҡа бихисап кәрәк-яраҡ алынған.

– Мәҙәни-мәғрифәт үҙәктәренең йәш быуынды ылыҡтырыу урынына әйләнеренә ышанам, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Беҙҙең төбәккә ҙур иғтибар күрһәтелгәне өсөн илдең Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт. Осорҙоң ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, федераль һәм республика ҡаҙналары иҫәбенә инфраструктураны үҫтереүҙе, мәҙәниәт йорттары, театрҙар, китапханалар, мәктәптәр төҙөүҙе, ремонтлауҙы, йыһазландырыуҙы дауам итәбеҙ.

Ни өсөн “нефть тамсыһы” алынған?

“Библиотамсы” Ишембай ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан. Был балаларҙы күберәк йәлеп итеү өсөн дә отошло, ти район етәкселеге.

– Үҙәк балалар китапханаһы былтыр йәш быуын өсөн мәғрифәт үҙәктәре булдырыу маҡсатында уҙғарылған федераль конкурста еңеү яулағайны. Һөҙөмтәлә 3,9 миллион һум грант бүленде. Ошо суммаға бинаны яңыртыу, шулай уҡ заманса киңлек булдырыу мөмкинлеге асылды, – ти Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова. – “Библиотамсы”ның концепцияһы ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле. Ул ҡаланың тарихын, бөгөнгөһөн, киләсәген сағылдыра. Үҙәктең билдәһе – нефть тамсыһы. Ул, билдәле булыуынса, Ишембайҙың төп символы. Бындай билдәне һайлауыбыҙ, әлбиттә, осраҡлы түгел: районыбыҙҙың тәрән, бай тарихын һаҡларға, киләсәк быуындарға боҙмайынса еткерергә, балалар күңелендә тыуған ергә, әҙәбиәткә һөйөү, ижадҡа ынтылыш тәрбиәләргә теләйбеҙ.

Яңы мәҙәни-мәғрифәт үҙәгенең майҙаны 88 квадрат метрҙан ашыу. Унда дүрт тематик зона булдырылған. Мәҫәлән, “Ҡыҙыҡлы тарихтар йорто”нда балалар тыуған төйәгенең үткәндәренә башкөллө “сума”. Бында башҡорт нефтенең барлыҡҡа килеү тарихына айырым ҙур иғтибар бүленгән. Артабан – “Ижади фекер алышыуҙар залы”. Унда һәр балаға һәләтен асыу, төрлө темаға мауыҡтырғыс һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү мөмкинлеге бар. “Экспериментарий” майҙансығында иһә, атамаһынан күренеүенсә, тәжрибә эштәре, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Ул фәндең, тәбиғәттең серҙәрен асырға теләгән йәш тикшеренеүселәр өсөн тәғәйенләнгән. Дүртенсе биләмә иһә – “Ял мөйөшө” – тыныслыҡта уҡыу, яҙыу, ижад менән шөғөлләнеү урыны.

Үҙәк заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Уңайлы мебель, интерактив ҡорамалдар, компьютерҙар, сенсорлы экраны булған мәғлүмәт терминалы, видеоблогинг өсөн тулы комплект һәм башҡа кәрәк-яраҡ алынған.

– Китапханаға бер йәштән алып 15 йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Йыһазландырғанда уларҙың барыһының да ихтыяждары, талаптары иҫәпкә алынды, – ти Ишембай үҙәк китапханалар системаһы директоры Айгөл Ҡәҙерғолова. – Ошо проектҡа ярашлы, шулай уҡ китап фонды 1450 данаға тулыландырылды. Йәнә 35 өҫтәл уйыны алдыҡ. Улар барыһы ла йәш быуындың ялын файҙалы үткәреү, белем туплау мөмкинлеген киңәйтә. Үҙәккә килгәндәр ундағы заманса үҙгәреште, техник тәьминәтте, яңыртылған киңлектең күп функциялы булыуын юғары баһалай. Ышанысыбыҙ ҙур: “Библиотамсы”, белемле, һәләтле быуын үҫтереп, мәҙәни-мәғрифәт даръяһын киңәйтеүгә тос өлөш индерәсәк.

Әлфиә ТИМЕРБУЛАТОВА, Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:

– Мөһим эште ғәмәлгә ашырыуға өлөш индергән һәр кемгә – район хакимиәте етәкселегенә, балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә, бағыусыларға рәхмәт. Уларҙың уртаҡ хеҙмәте, ярҙамы арҡаһында Ишембайҙа йәш быуынды һәр яҡлап үҫтереү урыны барлыҡҡа килде. “Библиотамсы” йәш райондаштарыбыҙҙың мәҙәниәт тормошо үҙәгенә әйләнер, унда һәр бала күңеленә яҡын шөғөл табып, һәләтен асыр, белем туплар тигән ышаныстабыҙ. Китап, ижад, яңы мөмкинлектәр донъяһына рәхим итегеҙ!

Фотолар: Ишембай үҙәк китапханалар системаһынан.

Мәғрифәт даръяһын киңәйтер “Библиотамсы”
Мәғрифәт даръяһын киңәйтер “Библиотамсы”
Мәғрифәт даръяһын киңәйтер “Библиотамсы”
Мәғрифәт даръяһын киңәйтер “Библиотамсы”
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас