Белем һәм тәрбиә
21 Сентября , 12:40

Башҡортостан федераль технологик көн тәртибе үҙәгенә сыға

Өфөнөң Вуз-ара кампусы TNF 2026 форумында Башҡортостандың фәнни-технологик потенциалын күрһәтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан федераль технологик көн тәртибе үҙәгенә сығаБашҡортостан федераль технологик көн тәртибе үҙәгенә сыға
Башҡортостан федераль технологик көн тәртибе үҙәгенә сыға

Башҡортостан тәүге тапҡыр фән һәм сәнәғәттең берҙәм экосистемаһын TNF 2026 халыҡ-ара сәнәғәт-энергетика форумында күрһәтте. Илдең төп тармаҡ майҙансығында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы нефть-газ секторының иң эре компаниялары өсөн әҙер юғары технологик эшләнмәләрен тәҡдим итте.

— Бөгөн сәнәғәттең конкурентлылығы етештереү ҡеүәттәренән генә түгел, ә үҙ технологик эшләнмәләреңде булдырыу һәм ғәмәлгә индереү һәләтенән дә тора. Башҡортостан университеттар, фәнни үҙәктәр һәм предприятиелар берҙәм команда булып эшләгән экосистеманы аҙымлап булдыра. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын TNF 2026 майҙансығында күрһәтеү — беҙҙең компетенцияларҙың юғары кимәлен һәм республика эшләнмәләренең кәрәклеген раҫлай, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Төмәндә форум Рәсәйҙең 60 төбәгенән һәм сит илдәрҙән 18 меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. 2026 йылда TNF рекорд ҡуйҙы: тәүге тапҡыр вертикаль интеграцияланған 18 нефть компанияһын берләштерҙе, улар араһында "ЛУКОЙЛ", "Сургутнефтегаз", "НОВАТЭК", "Нефтиса", "КазМунайГаз" һәм QazaqGaz бар. Майҙансыҡта айырым технологик сараларҙы илдең сәнәғәт гиганттары — "Газпром нефть", "Газпром", "Роснефть", СИБУР һәм Сбер ойоштора.

Ҙур тармаҡ ваҡиғаһының үҙәгендә Башҡортостан берҙәм фәнни-етештереү платформаһы булараҡ сығыш яһаны. Вуз-ара кампус юғары уҡыу йорттарының тикшеренеүҙәре бизнес ихтыяждары менән бәйләнгән, ә университет мөхите сәнәғәт өсөн туранан-тура технологиялар биреүсегә әйләнгән үҙәк булды.

— Вуз-ара кампус бөгөн үҙенең мәғариф, фән һәм технологиялары буйынса реаль бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән ролен тағы ла бер ҡат раҫлай. Ҙур тармаҡ майҙансыҡтарына сығыу беҙҙең университеттарҙың һәм технологик партнерҙарҙың компетенциялары республиканан ситтә лә кәрәкле булыуын күрһәтә. Беҙҙең өсөн был юлды дауам итеү һәм Башҡортостандың федераль фәнни-технологик өлкәлә ҡатнашыуын киңәйтеү мөһим, — тип билдәләне Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы директоры Сергей Гладких.

Берҙәм экспозиция составында Кампус төп фәнни һәм индустриаль партнерҙарын таныштырҙы: Сколтех, "Сколково" фонды, Өфө дәүләт нефть техник университеты, шулай уҡ ҡорамалдар етештереүселәр һәм программа тәьминәте эшләүселәр — "Газохим Инжиниринг" ("Ростех" ГК инвестиция холдингы), "Уралтехнострой" ГК, "ОЗНА" ХК-һы, "Ойлтиммаш", "Тетаком", "Робо+", "ИНТЭКО" һәм "РенОптикЛаб" ("Старт-1" программаһы еңеүсеһе).

Ғәмәли эшләнмәләр нефть-газ тармағының конкрет бурыстары өсөн эшләнгән. Улар араһында — "Робо+" компанияһының LMR-RC10 автоном робот техникаһы комплексы, геологик-техник сараларҙы идара итеү өсөн "Тетаком" платформаһы һәм "РенОптикЛаб" цифрлы радиография аппарат-программа комплексы. "Ойлтиммаш" бәләкәй күләмле термостатлаштырылған сепарация ҡоролмаһын күрһәтте. Шулай уҡ стендта пилотһыҙ осоу аппараттар урын алғайны.

Шулай итеп, бер майҙансыҡта Өфө кампусы етештереү циклының төрлө этаптары өсөн — ҡорамалдарҙы контролдә тотоуҙан һәм технологик процестарҙы идара итеүҙән алып роботлаштырыуға тиклем — әҙер эшләнмәләрен тәҡдим итте.

Был эштең ғәмәли йүнәлеше стратегик яҡтан нығытылған: Кампус резиденты ӨДНТУ һәм "Газпром нефть" компанияһы тармаҡ өсөн цифрлы һәм инженерлыҡ эшләнмәләрен бергәләп эшләү буйынса 2030 йылға тиклем хеҙмәттәшлек программаһын раҫланы.

Республика өсөн был — илдең иң ҙур заказсыларына туранан-тура сығыу, төбәк фәнни етештереүгә инвесторҙар йәлеп итеү ҡоралы һәм Башҡортостанды Рәсәйҙең яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн төп фәнни-етештереү хабтарының береһе булараҡ нығытыу мөмкинлеге.

Белешмә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр булырға тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Хәҙерге ваҡытта "Йәштәр һәм балалар" милли проекты ярҙамында 24 бындай студент ҡаласығы проекты әҙерләнә һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Башҡортостан - Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе, бында хәҙерге кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырыла. Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студент кампусының беренсе өлөшө 2024 йылдың февралендә эшләй башланы.

"Газпром нефть" һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты фәнни тикшеренеүҙәр, технологиялар булдырыу һәм нефть-газ тармағы өсөн белгестәр әҙерләү өлкәһендә 2018 йылдан алып хеҙмәттәшлек итә. Берҙәм фәнни-белем биреү үҙәге базаһында ғалимдар һәм инженерҙар нефть сығарыу өсөн ғәмәли проекттар әҙерләй. Бергәләп алып барылған эшләнмәләр араһында — скважинаның цифрлы игеҙәге һәм ҡорамалдарҙы электр йылытыуҙың интеллектуаль системаһы прототибы.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Башҡортостан федераль технологик көн тәртибе үҙәгенә сыға
Башҡортостан федераль технологик көн тәртибе үҙәгенә сыға
Башҡортостан федераль технологик көн тәртибе үҙәгенә сыға
Автор:Илмир Ҡотлогилдин