Белем һәм тәрбиә
24 Сентября , 11:30

5 – 7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн-олимпиада үтә

Унда донъяның бөтә еренән дә теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Олимпиада башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Һорауҙар онлайн-тест форматында әҙерләнгән һәм өс йүнәлешкә бүленгән. 

5 – 7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн-олимпиада үтә5 – 7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн-олимпиада үтә
5 – 7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн-олимпиада үтә

5 – 7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үтә. Ҡатнашыусылар үҙ белемен тикшерә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең үҙенсәлектәре менән яҡынданыраҡ таныша һәм һөҙөмтәләр күрһәтелгән сертификат ала. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын яҡлау фонды. Олимпиада башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Һорауҙар онлайн-тест форматында әҙерләнгән һәм өс йүнәлешкә бүленгән:

  1. Башланғыс кимәл – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
  2. Иркен аралашыусылар кимәле – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
  3. Башҡорт теленең диалекттары – башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.

Тест үтеү өсөн 45 минут бирелә. Иң юғары һөҙөмтә – 100 балл. Олимпиаданы тамамлағандан һуң ҡатнашыусыға өс көн эсендә йыйған балдары күрһәтелгән сертификат бирелә. Быйылғы олимпиадала ҡатнашыусыларға методик ярҙам: тел ғилеме, грамматика, лексика, фразеология, этимология, эпик һәм әҙәби мираҫ буйынса һорауҙарҙы, шулай уҡ олимпиада биремдәрен үтәү буйынса ғәмәли кәңәштәрҙе берләштергән махсус методик комплекс әҙерләнгән.

Быйыл ҡатнашыусылар олимпиаданың өс кимәлен дә үтеү мөмкинлегенә эйә: һәр кем бер юлы бер нисә кимәлде һайлай ала. Был формат үҙ белемеңде баһалап ҡына ҡалмайынса, ҡатмарлыраҡ йүнәлештәрҙә лә үҙ көсөңдө һынап ҡарарға һәм башҡорт теленең, шул иҫәптән уның диалекттарының үҙенсәлектәре менән тәрәнерәк танышырға мөмкинлек бирә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, олимпиада – уҡыусылар, студенттар һәм өлкәндәр өсөн үҙ белемдәрен тикшереү, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең яңы яҡтарын асыу һәм милли мәҙәни мираҫҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу мөмкинлеге. Олимпиада онлайн форматта үтә, шуға күрә унда донъяның бөтә еренән дә теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн олимпиада сайтында https://basholimpiada.ru/ теркәлергә кәрәк. Теркәлгәндән һуң ҡатнашыусыға һайланған кимәл буйынса һорауҙар асыла.

Олимпиада башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү, белем кимәлен тикшереү һәм үҙаллы үҫешеү өсөн заманса һанлы майҙан булдыра. Ул ҡатнашыусыларға ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән онлайн форматта шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас