

Был датасеттар Рәсәй халыҡтары телдәре көнөнә арналып быйыл сентябрҙә ғәмәлгә ашырылды.
Был юҫыҡтан, датасеттар серияһын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды баҫтырып сығарҙы. Республика Һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хеҙмәт Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев рәйеслеге аҫтында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия эшмәкәрлеге сиктәрендә башҡарылған.
Уҙған йыл II бөтә Рәсәй Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының пленар ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров тел сәйәсәте өлкәһендәге өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләп, тәрбиә һәм белем биреү процесына, шул иҫәптән, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына яңы алымдар индереү хаҡында тәҡдим иткәйне. Балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү сағыу, мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле булырға тейеш, тип ул Мәғариф һәм фән министрлығына, Мәғарифты үҫтереү институтына һәм профилле ведомстволарға тейешле саралар әҙерләргә һәм тормошҡа ашырырға ҡушты.
Һәм бөгөн Hugging face платформаһында баҫылған датасеттарға 78 сәғәтлек аудиокитаптар, йәғни эпостар һәм ҡобайырҙар, проза, шиғриәт, халыҡ әкиәттәре; 53 сәғәтлек теле- һәм радиотапшырыуҙар аудиояҙмалары һәм башҡорт, рус, ҡаҙаҡ, алтай, яҡут, ғәрәп, ҡытай кеүек һөйләштәр ингән. Был һис шикһеҙ балалар учреждениелары өсөн һәйбәт яңылыҡ!
– Нugging face - та баҫылған мәҡәләләр тел корпусын меңәрләгән телдә ҙур күп телле моделдәрҙе уҡытҡан билдәле фронтир-лабораториялар өсөн дә, разработчиктар, мәктәп уҡытыусылары һәм диплом өҫтөндә эшләгән студенттар өсөн дә артыҡ тотҡарлыҡһыҙ эшләргә мөмкинлек бирҙе, – тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Һанлы үҫеш министрлығында Айгиз Ҡунафиндың “bashspell” башҡорт орфографияһын формалаштырыу буйынса күп йыллыҡ хеҙмәтен, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты баҫтырып сығарған “Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы” һәм “Башҡорт теленең һүҙ үҙгәрештәренең алгоритмик грамматикаһы”н билдәләнеләр.
– Заманса моделдәр аҙ ресурслы телдәрҙә ышаныслы һөйләшә, әммә тап уҡытыу мәғлүмәттәренең аҙ булыуы арҡаһында генератив моделдәрҙә дрейф була, йәғни башҡорт тексы һиҙҙермәй генә татар йәки ҡаҙаҡ морфологияһына күсеп китеүсән, башҡорт теленең махсус үҙенсәлекле хәрефтәре башҡа телдәрҙең оҡшаш хәрефтәр менән алмаштырыла, һуҙынҡылар гармонияһы буйынса килешеү өҙөлә ине, – тип аңлама бирҙе проектты төҙөүселәр.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.