Белем һәм тәрбиә
1 Октября , 17:30

Яңы математика лицейына уҡыусыларҙы нисек һайлап аласаҡтар?

Бөгөндән "РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына теркәлеү старт алды. Олимпиадаға теркәлеү республиканың “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге сайты аша бойомға ашырыла. Сайтҡа ингәс, “Саралар” бүлегенә үтеп, “РМЛИ-ға юл” олимпиадаһын табып, теркәлергә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы математика лицейына уҡыусыларҙы нисек һайлап аласаҡтар?Яңы математика лицейына уҡыусыларҙы нисек һайлап аласаҡтар?
Яңы математика лицейына уҡыусыларҙы нисек һайлап аласаҡтар?

Белеүебеҙсә, Өфөлә Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө бара. Был башланғыс республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы ғәмәлгә ашырыла.

Белем усағы 360 уҡыусыға иҫәпләнеп төҙөлә, шулай уҡ ситтән килеүселәргә 250 урынлыҡ йәшәү урыны булдырыла. Лицей-интернат тәүге совет ЭВМ-дарын уйлап табыусы яҡташыбыҙ Бәшир Рәмиевтең исемен йөрөтәсәк.

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында РМЛИ-ға уҡыусылар һайлап алыу тәртибе менән таныштырыуға арналған матбуғат кәңәшмәһе үтте. Унда республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм РМЛИ-ның эшмәкәрлеген ойоштороу һәм булдырыу концепцияһы буйынса эшсе төркөмдөң етәксеһе Ринат Ҡорамшин ҡатнашты.

Матбуғат конференцияһының тап бөгөн үткәрелеүе тиккә түгел, сөнки 1 октябрҙән буласаҡ математиктарҙы әҙерләйәсәк лицей-интернатҡа һайлап алыу этабы, аныҡлабыраҡ әйткәндә, “РМЛИ-ға юл” олимпиадаһына теркәлеү старт алды. Тап ошо сара лицей-интернатҡа һайлап алыуҙың беренсе этабы булып тора.

– Олимпиаданы үткәреү йәһәтенән беҙ “Сириус” белем биреү үҙәгенә мөрәжәғәт иттек. Был ғәҙел һайлап алыуҙы тәьмин итеү өсөн эшләнә, ­– тип аңлатма бирҙе Илдар Марат улы. Ә олимпиадаға теркәлеү республиканың “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге сайты аша бойомға ашырыла. Был сайтҡа ингәс, “Саралар” бүлегенә үтеп, “РМЛИ-ға юл” олимпиадаһын табып, теркәлергә кәрәк.

– Теркәлеүгә бик етди ҡарарға кәрәк: һәр кем тик үҙен генә яҙырға тейеш, сөнки икенсе мөмкинлек бирелмәй, – тип билдәләне Ринат Ҡорамшин. – Икенсе этап шәхсән осрашыу рәүешендә ойоштороласаҡ. Унда дистанциялы алымдағы олимпиадала иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән балалар саҡырыла”.

Олимпиаданың мәсьәләләре һәм һорауҙары баланы төрлө яҡлап асыу, айырыуса логик фекерләү ҡеүәһен асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Бындай алым төрлө мәктәптәрҙә, мәҫәлән, математиканы тәрәндән өйрәнгән ҡала лицейҙарында йәки төпкөл ауыл мәктәптәрендә уҡыған һәләтле балаларҙы берҙәй асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Икенсе этапта үҙҙәрен математика йәһәтенән һәләтле итеп танытҡан уҡыусылар өсөнсө этапҡа саҡырыласаҡ. Ул йәйге лагер алымында ойоштороласаҡ.

Бәшир Рәмиев исемендәге РМЛИ үҙ ишектәрен киләһе йылдың 1 сентябрендә асырға йыйына. Шуға күрә буласаҡ 6-сы 7-се, 8-се һәм 10-сы кластарға уҡыусылар йыйыласаҡ. Тимәк, олимпиадала бөгөнгө көндә 5-се, 6-сы, 7-се һәм 9-сы класта уҡып йөрөгән балалар ҡатнаша ала. 

Яңы лицейҙа һәр класта 20-шәр баланан торған өсәр параллель класс булдырыу күҙ уңында тотола. Ситтән килеүселәргә заманса уңайлыҡтары булған йәшәү урындары тәҡдим ителәсәк. Республика математика лицей-интернаты һәләтле балаларҙы асыҡлауҙы, үҫтереүҙе һәм артабан төбәгебеҙҙең үҫешенә, фәненә өлөш индерәсәк шәхестәр тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. 

Автор фотоһы. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова