

Сираттағы конкурсантыбыҙ үҙе хаҡында бик матур яҙма ебәргән.
“Мин, Ишдәүләтова Альбина Азамат ҡыҙы, 1988 йылдың 29 майында Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуғанмын. 2-се Аҡъяр мәктәбендә белем алдым. 2008 йылда Магнитогорск дәүләт университетының “Мәктәпкәсә педагогика һәм психология” факультетына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланым. 2012 йылда Садовый балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлымды башланым. 2014 йылда Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә күстем һәм бына 12 йылдан ашыу берҙәм, татыу, бер-беребеһенә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған тәжрибәле тәрбиәселәр менән бергә эшләүемә бик шатмын.
2018 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһына лайыҡ булдым.
12 йыл эшләү дәүеремдә иң ҙур ҡаҙанышым - йөҙгә яҡын һәләтле баланы мәктәпкә әҙерләп оҙаттым. Намыҫлы хеҙмәтем өсөн “Бәпембә” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләндем. Балаларҙы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәнем һәм уңыштарым өсөн Хәйбулла районы мәғариф идаралығының Рәхмәт хатына, профсоюз ойошмаһының Почет грамотаһына лайыҡ булдым. Һөнәри йәһәттән үҫешеү өсөн Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты курстарында даими квалификациямды күтәрәм.
Кейәүҙәмен, тормош иптәшем менән өс бала тәрбиәләйбеҙ”.
Хөрмәтле төркөмдәштәр, Альбина Ишдәүләтоваға тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Фотолар Альбина Ишдәүләтованың шәхси альбомынан.