

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы 27 сентябрҙә билдәләнгән Тәрбиәселәр көнө һәм 5 октябрҙәге Уҡытыусылар көнө уңайынан “Бәйләнештә”ге төркөмөндә конкурс үткәрҙе. Бәйгелә республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан уҡытыусылар, балалар баҡсаһы, мәктәп-интернат тәрбиәселәре, өҫтәмә белем биреү педагогтары ҡатнашты. Конкурс бик йәнле, матур үтте, еңеүселәрҙе төркөмдәге дуҫтарыбыҙ тауыш биреү ярҙамында билдәләне.
Шулай итеп, 1-се урынды Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Гөлйемеш Сәғитова яуланы.
2-се урында – Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө Полилингваль күп профилле мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Нәйлә Биктимерова.
3-сө урында – Илеш районы Түбәнге Йәркәй ауылының Баланы үҫтереү үҙәге – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айһылыу Йәнбирҙина.
Еңеүселәргә шәп бүләктәр – шәхси эшҡыуар, риелтор Айтуған Яҡшығоловтан (https://vk.ru/aytugan71) 5000 һумлыҡ аҡсалата сертификат; “Бикбайман” кейем брендынан (https://vk.ru/bikbayman) милли биҙәкле худи; Таңсулпан Исокованан (https://vk.ru/id295961443) стилләштерелгән башҡорт селтәре тапшырыласаҡ. Шулай уҡ еңеүсе педагогтар тураһында гәзит битендә мәҡәлә донъя күрәсәк, уларға “Башҡортостан” гәзитенең дипломы тапшырыласаҡ.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Башҡа конкурсанттарға ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ, яуаплы, кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Конкурстың һөҙөмтәләре менән танышыу өсөн һылтанма: https://vk.ru/app7198399_-104965500#poll6ab68dfb37a91c6db8dfcecb