

Бөгөн, 5 октябрҙә, илебеҙҙә Уҡытыусылар көнө билдәләнде. Изге һөнәр эйәләре хөрмәтенә бик күп саралар үтте. Өфө ҡалаһындағы иң матур залдарҙың береһендә – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында республиканың төрлө төбәктәренән килгән абруйлы уҡытыусылар ҡатнашлығында Пушкин балы ойошторолдо. Әйткәндәй, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына арналған рәсми сара тәүге тапҡыр ошондай яңы алымда уҙҙы.
Театр фойеһында ҡунаҡтарҙы XIX быуат геройҙары ҡаршы алып, шул заман бейеүҙәренә саҡырҙы. Шулай уҡ уҡытыусыларға тарихи костюмдарҙағы персонаждар менән фото төшөү мөмкинлеге лә булды. Мөһабәт залдағы тантаналы мөхит, матур көйҙәр ҡунаҡтарға байрам кәйефе бүләк итте.
Хөрмәтле уҡытыусыларҙы ҡотларға тип Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев, уның беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин килде. Шулай уҡ тантанала бөтә ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған хөрмәтле ветерандар ҙа ҡатнашты. БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев педагог һөнәренең йәмғиәттә тотҡан юғары социаль һәм ижтимағи ролен айырыуса билдәләне, уҡытыусыларға намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Был көндә үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған бихисап мөғәллимдәргә абруйлы дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары уҡытыусыларға матур тамаша бүләк итте.
Ғөмүмән, был көндә уҡытыусылар адресына бихисап ҡотлауҙар, изге теләктәр яңғыраны. Ил Президенты Владимир Путин үҙенең ҡотлауында былай тине: “Илебеҙҙең барлыҡ уҡытыусыларын, педагогтарын, үҙҙәренең көсөн, энергияһын, белемен йәш быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә арнаған байрам – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!” Ул шулай уҡ быйыл дәүләт кимәлендә уҡытыусының айырым статусы нығытылыуын иҫкә төшөрҙө. Уның һүҙҙәренсә, был педагогтарҙың миссияһын юғары баһалауҙы сағылдыра, уларға ярҙам һәм һөнәри үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәрҙе гарантиялай.
Хөрмәтле һөнәр эйәләрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ихлас ҡотлап, уларға намыҫлы хеҙмәт, йор аҡыл, сабырлыҡ, һөйөү, йылылыҡ һәм хәстәр өсөн рәхмәтен белдерҙе. “Һеҙ – республикабыҙ һәм илебеҙ терәге. Балаларға белем биреп кенә ҡалмайһығыҙ, уларға дөрөҫ юл күрһәтәһегеҙ, кешене бөтә ғүмере буйына оҙатып барған ҡиммәттәрҙе тәрбиәләйһегеҙ. Ысын патриоттар үҫтерәһегеҙ. Ошоноң өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ”, – тигән юлдар бар республика Башлығының ҡотлау сәләмендә.
Радий Хәбиров педагогтар тураһында хәстәрлек күреүҙең, уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыуҙың һәр ваҡыт иң мөһим бурыстар рәтендә булыуын билдәләне. Йәш уҡытыусыларға, уҡыусылары БДИ һәм олимпиадаларҙа уңыштарға өлгәшкәндәргә ярҙам итәбеҙ. Яҡшы хеҙмәт шарттары булдырырға тырышабыҙ, нисек кенә ауыр булмаһын, мәктәптәр төҙөүҙе һәм ремонтлауҙы дауам итәбеҙ”, – тине ул. Ә уҡытыусылар үҙ сиратында уларға ҡарата күрелгән иғтибар һәм хәстәр өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сергей Щекатуров фотолары.