Белем һәм тәрбиә
9 Октября , 20:15

Башҡорт бүреген кейеп, Башҡортостан флагын тотоп сыҡҡан

Егет күстәнәскә ҡорот, бауырһаҡ, сәксәк, Сибай ит комбинатының колбасаһын алып барған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт бүреген кейеп, Башҡортостан флагын тотоп сыҡҡанБашҡорт бүреген кейеп, Башҡортостан флагын тотоп сыҡҡан
Башҡорт бүреген кейеп, Башҡортостан флагын тотоп сыҡҡан

Сибайҙағы 11-се гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Искәндәр Йәнтилин VI финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулаған. Ярыштарҙың финалы Красноярскиҙа үткәрелгән. Унда илдең төрлө төбәктәренән көслө уҡыусылар һәм студенттар йыйылған.

Олимпиаданың төп темаһы яһалма зиһендең финанс хәүефһеҙлегенә йоғонто яһауы булған. Унда ҡатнашыусылар яңы технологияларҙың финанс мөхитенә нисек йоғонто яһауы, уларҙың мөмкинлектәре, хәүефе һәм һанлаштырыу ваҡытында мутлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланыу тураһында һөйләшкән.

Искәндәр, шәхси беренселектән тыш, команда менән берлектә проекттар конкурсында еңеүсе тип танылған. Уҡыусылар пенсионерҙар һәм балалар өсөн финанс хәүефһеҙлеге буйыеса тренажер эшләгән.

Шуныһы үҙенсәлекле: бүләкләү тантанаһына Искәндәр башҡорт бүреген кейеп, Башҡортостан флагын тотоп сыҡҡан. Башҡа ҡатнашыусылар өсөн ул күстәнәскә ҡорот, бауырһаҡ, сәксәк, Сибай ит комбинатының колбасаһын алып барған.

Әйткәндәй, был еңеү Искәндәргә Рәсәй вуздарына һынауһыҙ инеү мөмкинлеген бирә.

 

Сығанаҡ, фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

Автор:Айһылыу Низамова