Белем һәм тәрбиә
15 Октября , 13:00

Өфө кампусы барыһын да тартып торған үҙәк буласаҡ

Кампус – ул ябай ғына төҙөлөш түгел, ә студенттар, фән, республика киләсәге. Әлеге ваҡытта майҙансыҡта ниндәй эштәр бара? Бөтә башнялар ҙа ҡалҡып сыҡты. Икәүһен быяла менән көпләү тамамланды, яҡын арала башҡаларында ла был эшкә нөктә ҡуйыласаҡ. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө кампусы барыһын да тартып торған үҙәк буласаҡӨфө кампусы барыһын да тартып торған үҙәк буласаҡ
Өфө кампусы барыһын да тартып торған үҙәк буласаҡ

Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара кампусы үҙен Башҡортостандың инновациялар һәм заманса белем биреүҙе үҫтереү үҙәге булараҡ таныта бара. Бында уҡыу, фән һәм бизнес берләшә. Белем биреү, теория һәм практика йәһәтенән донъя кимәлендә билдәле профессорҙар йәлеп ителә. Һәләтле уҡыусылар араһынан кампустың буласаҡ абитуриенттарын эҙләү эше даими алып барыла. Шулай уҡ бында эшҡыуарҙарға стартап һәм эре компаниялар менән хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр асыла.

Эшсе төркөм бурыстарын атҡара

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Андрей Назаров донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара кампусы төҙөлөшө буйынса эшсе төркөмдө етәкләне. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге яҙмала уртаҡлашты.

“Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Рәйес итеп һайланғандан һуң журналистар минән “Артабан вуз-ара кампус менән шөғөлләнәсәкһегеҙме?” тип һораны. Был эште, хеҙмәт бурыстарына ярашлы, Хөкүмәттә саҡта алып барҙым. Республика Башлығы Радий Хәбиров эшсе төркөм булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итте, уны етәкләйем, шуға күрә минең яҡтан контроль ҡаласаҡ.

Кампус – ул ябай ғына төҙөлөш түгел, ә студенттар, фән, республика киләсәге. Әлеге ваҡытта майҙансыҡта ниндәй эштәр бара? Бөтә башнялар ҙа ҡалҡып сыҡты. Икәүһен быяла менән көпләү тамамланды, яҡын арала башҡаларында ла был эшкә нөктә ҡуйыласаҡ. Эске инженер селтәрҙәрен һуҙыу, биҙәкләү эштәре дауам итә. Тышҡы селтәрҙәр тулыһынса әҙер, бина барлыҡ коммуникацияларға тоташҡан. Объектта көн һайын 1300 самаһы кеше эшләй. Октябрҙә эргә-тирә биләмәне төҙөкләндереүҙе тамамлаясаҡбыҙ”, – тип хәбәр итте Андрей Назаров.

Ысынлап та, кампус биләмәһендә төҙөлөш эштәре иртә таңдан кискә тиклем туҡтамай алып барыла. Бер үк мәлдә тәүге студенттарҙы ҡабул итеү, уҡыу, йәшәү шарттарын ойоштороу кеүек мәсьәләләр ҙә күҙ уңында тотола. Юғары балдар, айырыуса ҙур ҡаҙаныштар менән уҡырға ингән студенттарға дәртләндереү саралары, мәҫәлән, бушлай йәшәү мөмкинлектәре булдырыу ҙа ҡарала.

“Кампус студенттарҙы ла, ғалимдарҙы ла үҙенә тартып торған үҙәк буласаҡ. Был эште аҙағынаса еткерергә бурыслыбыҙ”, – тип билдәләне Андрей Назаров.

 Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығый

Шанхайҙа Рәсәй-Ҡытай медицина университеттары ассоциацияһының даими советы ултырышы һәм Рәсәй-Ҡытай ғилми конференцияһы үтте. Унда Өфө вуз-ара студенттар кампусы резиденты Башҡортостан дәүләт медицина университеты делегацияһы ҡатнашты. Яҡтар берлектәге эш һөҙөмтәләрен, үҙ-ара хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен һәм ике ил университеттары араһында партнерлыҡты артабан үҫтереүҙе тикшерҙе.

БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов үҙе етәкләгән уҡыу йортоноң Ҡытайҙың алдынғы медицина университеттары менән ун йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне. Хеҙмәттәшлектең төп һөҙөмтәләренең береһе булып ғалимдарҙы әҙерләүҙең берлектәге программалары тора. Башҡортостан һәм Ҡытай партнерҙарының уртаҡ проекттары араһында – роботлаштырылған технологияларҙы файҙаланған Рәсәй-Ҡытай диагностика һәм дауалау үҙәге. Ул Цзилинь университеты менән берлектә булдырылған. Шулай уҡ 2024 – 2026 йылдарҙа Ҡытайҙың Милли тәбиғәт фәндәре фонды грантына ярашлы Вэньчжоу Медицина университеты менән проект тормошҡа ашырыла.

БДМУ йыл һайын үткәргән Халыҡ-ара хирургия олимпиадаһы үҙ-ара хеҙмәттәшлектең тағы бер йүнәлеше булып тора, унда Ҡытай университеттарынан 100-ҙән ашыу студент ҡатнаша.

 Һандар

  • 5000-дән ашыу уҡытыусы, ғалим һәм тикшеренеүсе
  • 18 ғилми лаборатория һәм донъя кимәлендәге Геном үҙәге
  • 146 000 м² – сафҡа инәсәк ятаҡтарҙың, лабораторияларҙың һәм кампус студияларының дөйөм майҙаны

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге битләүенән.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова