Белем һәм тәрбиә
15 Октября , 17:30

Иретеп йәбештереү буйынса чемпионатта - еңеүселәр!

Ярыштарҙа ҡатнашыусылар теоретик белемдәрен һәм юғары практик күнекмәләрен күрһәтте. Нефть университеты студенттары ике чемпионатта ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәште.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иретеп йәбештереү буйынса чемпионатта - еңеүселәр!Иретеп йәбештереү буйынса чемпионатта - еңеүселәр!
Иретеп йәбештереү буйынса чемпионатта - еңеүселәр!

Милли чемпионатта – еңеүселәр

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө дәүләт нефть техник университеты  студенттары “Weldex 2026 иретеп йәбештереү буйынса йәш технологтар" милли чемпионатында һәм WELDEX-2026 Рәсәй Иретеп-йәбештереү кубогында юғары оҫталыҡ һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтте. Ярыштар Мәскәүҙә үтте һәм ул Рәсәйҙең “Иретеп йәбештереү производствоһы” һәм “Машиналар төҙөү” йүнәлештәре буйынса уҡыған колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын берләштерҙе.

  -Бөгөн сәнәғәткә ҡатмарлы бурыстарҙан ҡурҡмаған, заманса технологиялар менән эшләй белгән һәм даими үҫешергә әҙер белгестәр кәрәк. Кампус резиденты студенттарының юғары һөнәри әҙерлек кимәлен күрһәтеүе ҡыуаныслы. Был ҡаҙаныштар артында уларҙың ныҡышмалы хеҙмәте һәм маҡсатҡа ынтылышы, уҡытыусыларҙың профессионализмы һәм университеттың сифатлы белем биреү базаһы тора. Бындай уңыштар республиканың кадрҙар потенциалын нығытыуға булышлыҡ итер һәм Башҡортостандың сәнәғәт комплексын артабан үҫтереү өсөн нигеҙ булдырыр, тип ышанам, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко.

Ярыштарҙа ҡатнашыусылар теоретик белемдәрен һәм практик күнекмәләрен күрһәтте. Нефть университеты студенттары ике чемпионатта ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Мәҫәлән, Рәсәй Иретеп йәбештереү кубогында “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе-лазерлы нурлы иретеп йәбештереү уҡыусыһы” номинацияһында беренсе урын ӨДНТУ магистранты Руслан Мәжитовҡа бирелде. “Weldex  2026 иретеп йәбештереү буйынса йәш технологтар” милли чемпионатында “Актив газ мөхитендә тотош иреүсе электрод менән иретеп йәбештереү” номинацияһында ӨДНТУ-ның  өс студенты тәүге өс урынды яуланы – беренсе урында - Илнур Аҡбашев, икенселә - Денис Хөснөтдинов, өсөнсөлә - Радмир Хәмәҙәминев. Бынан тыш, Өфө дәүләт нефть техник университетының тағы бер студенты Максим Пеев “Металдарҙы дуғалап иретеп йәбештереү” номинацияһында икенсе урын яуланы.

 Чемпионатҡа студенттарҙы “Иретеп йәбештереү ҡорамалдары һәм технологиялары һәм контроль” кафедраһы хеҙмәткәрҙәре Илдар Мансуров һәм Рузель Закиров әҙерләгән. Конкурсанттар билдәләүенсә, улар өсөн иң мөһиме - еңеү түгел, ә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеү һәм уҡытыусыларҙы, юғары уҡыу йортон һәм республиканы һынатмау мөмкинлеге.

-Иретеп йәбештереү - ижади һәм шул уҡ ваҡытта ҡәтғи тәртипкә һалынған ғәжәйеп процесс.  Бында үҙ ҡулдарың менән яңы нимәлер булдыра алаһың. Күп кенә изделиелар юғары температурала, баҫымда эшләргә тейеш. Бының өсөн норматив документтарҙа, технологик карталарҙа күрһәтелгән шарттарҙы ҡәтғи үтәргә кәрәк.   Минең ҡулдан килерме, тигән сәм уяна, һәм тап шул эшкә тотонорға этәргес бирә лә инде. Командабыҙ һәм университетта булдырылған уңайлы шарттар арҡаһында мин беренсе урынды яуланым, – тип һөйләй Рәсәй Иретеп йәбештереү кубогы еңеүсеһе Руслан Мәжитов.

Ҡатнашыусылар аңлатыуынса, иретеп йәбештереүҙе тиҙ үҙләштереүҙең сере ябай: система, практика, хаталарҙы анализлау, яҡшы остаз һәм яттан белеү генә түгел, ә асылды аңларға теләү. Иң мөһиме - хаталарҙан ҡурҡмаҫҡа, киреһенсә, унан һабаҡ алырға.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/29783/

 

Иретеп йәбештереү буйынса чемпионатта - еңеүселәр!
Иретеп йәбештереү буйынса чемпионатта - еңеүселәр!
Автор:Аклима Гизатуллина