

Бөгөн Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы асылыуға 20 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара үтте. Киң йәмәғәтселекте, педагогтарҙы, ата-әсәләрҙе, сығарылыш һәм бөгөнгө уҡыусыларҙы берләштергән кисә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ойошторолдо.
Республиканың Мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы вәкилдәре һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар 158-се башҡорт гимназияһы коллективы адресына ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Был көндә белем усағының талантлы, хөрмәтле, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған бихисап уҡытыусылары матур наградалар һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Мәҫәлән, башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлфирә Ғимашева – РФ Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолованың, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гүзәл Иманғолова, башҡорт теле уҡытыусыһы Фәриҙә Миһранова – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
БР мәғариф министры урынбаҫары Ринат Кәримов гимназия коллективының фиҙакәр хеҙмәтен билдәләп, киләсәктә яңы үрҙәр, тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар теләп, белем усағының директоры Азат Аҡмановты министрлыҡтың Почет грамотаһы менән бүләкләне. Биология уҡытыусыһы Люциә Фәизова менән математика уҡытыусыһы Динә Мофазалова – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлназ Хәсәнова, башланғыс кластар уҡытыусылары Рәғиҙә Зәйнуллина менән Көнһылыу Лоғманова “Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы” почетлы билдәһенә лайыҡ булды.
Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, олуғ шағирыбыҙҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла атаһының исемен йөрөткән гимназия коллективына иң изге теләктәрен еткерҙе.
– Бынан 20 йыл элек ошо гимназия асылғайны, уның атайымдың исемен йөрөтәсәге тураһындағы яңылыҡ беҙҙең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы хәбәр булды. Һөйөндөк тә, ғорурландыҡ та. Барыһы ла кисә генә булған кеүек ине, ике тиҫтә йыл үтеп тә киткән. Ошо ваҡыт дауамында гимназиябыҙ үҙен ныҡлы танытты, нығынды, матур традициялар булдырҙы. Сығарылыш уҡыусылары тормошта үҙ урындарын тапты, йәмғиәттә лайыҡлы урындар биләне. Ә бөгөнгө уҡыусыларға әйтер теләгем шул: яҡшы белем алығыҙ, тормошта дөрөҫ юлды табығыҙ. Бының өсөн беҙҙең гимназияла барыһы ла бар, – тине Әлфиә Мостафа ҡыҙы.
Күптән нигеҙ һалынған матур традицияға ярашлы, Әлфиә Кәримова гимназияның иң шәп уҡыусыларына – уҡыуҙа, спортта, төрлө сараларҙа айырылып торған ҡыҙҙарға һәм малайҙарға М. Кәрим исемендәге фондтың гранттарын тапшырҙы.
– Гимназия коллективы ике тиҫтә йыл дауамында нығынған матур традицияларҙы лайыҡлы дауам итә. Бөгөн беҙҙең гимназия – ул мәктәп кенә түгел, ә ҙур, дуҫ ғаилә. Белем биреү процесы ижад, ихтирам һәм үҙ-ара аңлашыу менән берләшә. Башҡорт телен, әҙәбиәтен һәм милли мәҙәниәтебеҙҙе тәрән өйрәнеүгә, туған тамырҙар, халҡыбыҙ тарихын өйрәнеүгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирелә. Йыл һайын 4 меңгә яҡын уҡыусыны берләштергән “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы матур йолаға әүерелде, – тип белем усағының бөгөнгө тын алышы менән таныштырҙы директор Азат Аҡманов.
Тантаналы сара йыр-бейеүҙәргә, ихлас ҡотлау сәләмдәренә, иҫтәлекле бүләктәргә бай булды.
Оксана Иҫәнбулатова фотолары.