2026 йылдың 22 октябренә тиклем Рәсәй дәүләт статистикаһының 215 йыллығына арналған акция үтә. III статистик диктанттың маҡсаты - халыҡтың статистик грамоталылығын хәҙерге заман кешеһенең төп компетенцияһы булараҡ формалаштырыу. Ул мәғлүмәттәрҙе көндәлек тормошта, профессиональ эшмәкәрлектә һәм нигеҙле ҡарарҙар ҡабул иткәндә ҡулланыу өсөн кәрәк. Диктант эштәре Росстаттың демография, иҡтисад һәм төбәктәр үҫеше буйынса рәсми мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп төҙөлгән. Ҡатнашыу өсөн теркәлеп, белем һәм мәшғүллек, шулай уҡ ғаилә статусы тураһында анкета тултырырға кәрәк. Диктанттың ике кимәле ҡаралған: “мәктәп” һәм “тәрәнәйтелгән”.
“Мәктәп” кимәле — 12 - 18 йәшлектәр өсөн. Ҡатнашыусыларға 40 минут эсендә 15 һорауға яуап бирергә кәрәк. Заданиелар ихтималлыҡ һәм статистика буйынса белемде тикшерергә, логиканы һәм мәғлүмәттәр менән эшләү һәләтен өйрәнергә булышлыҡ итә.
"Тәрәнәйтелгән" кимәл – өлкәндәргә, һандар менән ышаныслы эш иткәндәргә. Ҡатнашыусыларға 30 һорау тәҡдим ителәсәк, унда эштәр Рәсәй статистикаһы тарихына, бөгөн ҙур мәғлүмәттәр менән нисек эшләүгә һәм яңылыҡтарҙан алынған һандарҙы нисек аңлауға ҡағыла. Заданиеларҙы үтәүгә 60 минут ваҡыт бүленә. Һәр һорауға яуаптың өс варианты ҡаралған. Үтеү балы – 15. Мәсьәләләрҙе сисеү өсөн ҡаралама һәм калькулятор ҡулланырға мөмкин.
Иң күп балл йыйған ҡатнашыусылар Росстаттың үҙәк аппаратында йәки территориаль органдарында практика үтеү, шулай уҡ ватан статистикаһы тарихына арналған экскурсияларға барыу мөмкинлеге аласаҡ. Диктантты уңышлы үтеүселәр электрон сертификат аласаҡ. Сарала ҡатнашыу йәштәргә статистик мәғлүмәт менән эшләү күнекмәләрен формалаштырырға, шул иҫәптән сығанаҡтарҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә һәм күрһәткестәрҙе дөрөҫ интерпретациялауға өйрәнергә ярҙам итәсәк.
Диктант һөҙөмтәләре “Рәсәй — мөмкинлектәр иле” платформаһында теркәлә. Заданиелар 22 октябргә тиклем https://sd.rosstat.gov.ru/ сайтында .