Бөтә яңылыҡтар

Хоҡуҡтарҙы белеү зарур

Ошо көндәрҙә төбәгебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тормошонда тағы бер әһәмиәтле ваҡиға булды: автономия ойошторолоуға – 100, Башҡортостан Конституцияһына 25 йыл тулыу айҡанлы, республиканың Конституция Суды тарафынан Башҡортостандың конституцион-хоҡуҡи акттар йыйынтығы, Конституцияға тарихи-хоҡуҡи комментарийҙар әҙерләп баҫтырылды һәм уларҙың исем туйы ойошторолдо.

Тантананы асып, респуб­ликабыҙҙың Конституция Суды Рәйесе, республика Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр докторы, профессор Зөфәр Йәнекәев китапты әҙер­ләүселәргә, мәҡәлә авторҙа­рына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Конституция – һәр дәү­ләттең Төп законы. Илдең ҡануниәте ошо Төп документтан тайпылмаҫҡа тейеш. Башҡорт­остан Конституцияһы былтыр декабрҙә 25 йыллығын билдә­ләне. Уны ҡабул иткән осорҙо яҡшы хәтерләйем. Республика тормошондағы тарихи мәл ул, – тине.
Башҡортостандың Конституция Суды сағыштырмаса күптән түгел — бынан 22 йыл элек барлыҡҡа килгән. Ул республиканың абруйлы дәү­ләт власы органда­рының бере­һе булараҡ танылып өлгөрҙө, эшмә­кәрлеге граж­дандарҙың конституцион, сәйәси, социаль-иҡтисади хоҡуҡ­тарын яҡлауға йүнәл­телгән.
Баҫманы әҙерләп баҫты­рыуҙа Конституция Суды судьялары, Суд Секретариаты, Башҡортостан Фәндәр акаде­мияһы хеҙмәткәрҙәре, ғалим­дар, дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашҡан. 40 кешелек авторҙар коллек­тивының 12-һе – фән докторы, 22-һе – фән кандидаты.
Баҫмала, республика Кон­сти­туцияһының нормаларына төплө аңлатма бирелеүҙән тыш, Башҡортостанда конституцион-хоҡуҡи фекерҙең үҫеш юлы, төрлө тарихи этаптарҙа хоҡуҡи нормаларҙың үҙгәреш процесы күрһәтелгән, аныҡ тарихи дәлилдәр килтерелгән. Автор­ҙар китап халыҡтың хоҡуҡи кимәлен күтәрергә, Башҡорт­остан Конституцияһын төплөрәк аңларға ярҙам итәсәк тип белдерә.
Читайте нас: