Бөтә яңылыҡтар

“Бер телде лә юғалтманыҡ”, тине Толкачев Европала

Европалағы Страсбург ҡалаһында уҙған Урындағы һәм төбәк властарының сираттағы конгресында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы телдәр сәйәсәте тураһында һөйләне.

– Рәсәйҙә 190 милләт йәшәй, полиэтник күрһәткес буйынса донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләйбеҙ, милли сәйәсәттең күп теллелекте һәм мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һаҡлауға йүнәлтелеүе һөҙөмтәһендә беҙ бер телде лә юғалтманыҡ, – тине республика парламенты етәксеһе. – Был өлкәләге ҡануниәт һирәк осрай торған күренеш тыуҙырҙы: 30 тел субъекттар кимәлендә дәүләт теле итеп файҙаланыла, донъяла бының тиңе юҡ.
Миҫалға Константин Толкачев Башҡортостанды ла килтерҙе:
– Беҙ “Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында”ғы Законға таянып эш итәбеҙ, – тине ул. – Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында урыҫ теле ҡулланыла, шулай уҡ башҡорт теле лә файҙаланыла ала. Уны ҡулланыу-ҡулланмауҙы һәр кем үҙе хәл итә. Башҡа ҡайһы бер субъекттарҙа, мәҫәлән, Татарстан, Бүрәт һәм Ҡалмыҡ республикаларында юғары власть органдарының эшмәкәрлеге мотлаҡ рәүештә ике телдә көйләнә.
Читайте нас