Бынан ике йыл олатай кеше ҡот осҡос енәйәткә бара: ул үҙенең ейәнсәрен көсләй... 65 йәшлек ирҙе бындай башҡа һыймаҫлыҡ аҙымға нимә этәргәндер, билдәле түгел. Әммә ул ҡулға алына һәм 14 йылға төрмәгә ултыртыла.
Ошоноң менән был хәл онотолор ҙа ине, бәлки. Тик юҡ. Ошо көндәрҙә олатай кеше Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссияға мөрәжәғәт итеп, иреккә сығарыуҙы талап иткән. Әйткәндәй, бабай был хәлгә тиклем бер ниндәй енәйәт өсөн дә яуаплылыҡҡа тарттырылмаған булған. Быны ул хәлде йомшартыусы шарт тип уйланымы икән... Хәр хәлдә, комиссия уны ярлыҡауҙан баш тартҡан.
Тағы бер ярлыҡауға өмөтләнеп килгән кеше – наркотик һатыусы. Ул Өфөлә эшләгән ҙур енәйәтсел төркөмгә ингән. Ир интернет аша заказдар ҡабул иткән һәм йәшерен “закладкалар” аша наркотик һатҡан. Комиссия был ирҙе лә ярлыҡамаған.
– Енәйәттәр асыҡтан-асыҡ күренеп торған кеүек булһа ла, комиссия ағзалары эштең бөтә шарттарын төплө өйрәнә, енәйәтселәр менән осрашып аралаша, уларҙың үкенеү кимәлен баһалай, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Шулай уҡ енәйәттең ауырлығы, зыян күргән яҡтың, холоҡ төҙәтеү учреждениеһы хакимиәтенең фекерҙәре лә иҫәпкә алына. Әлеге ике осраҡта ла комиссия фекере берҙәм булды – ике ирҙе лә ярлыҡарға теләүсе табылманы.
Бер йыл эсендә комиссия ярлыҡауға тип бирелгән 65 юлламаны ҡараған. Уларҙың ни бары алтауһы ғына яҡлау тапҡан. Мәҫәлән, ярты йыл элек, йәйәүлеләр үткәүеле алдында туҡтамай бер ирҙе тапатҡан ир иреккә сыҡҡан. Йәйәүле үлмәгән, тик һаулығына ҙур зыян килгән. Ғәйепле водитель уға аҡсалата компенсация түләгән, тик барыбер төрмәгә ултырған. Һәм бына бер нисә йыл үткәс, ул ваҡытынан алда иреккә сыға алған.
Эйе, водитель осрағында ярлыҡау аңлашыла. Ә бына оятһыҙ олатай нимә уйлап ярлыҡау талап итеп ултыра икән? Ғәйебе ҙур түгел тип һынаймы? Әллә яҡын кешеләре ғәфү итер тип өмөтләнәме? Моғайын, уны яҡындарының күргеһе килеп тормайҙыр...