Бөтә яңылыҡтар

Һөт менән генә тамаҡ туймай

Ойошма үҙ эшселәренә хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстан ошолай ҡотолорға тырышҡан...

Бәләбәй район-ара прокуратураһы “Алексеевка” йәмғиәтендә Хеҙмәт кодексының үтәлешен тикшергәндә етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған.
Билдәләнеүенсә, ойошма 11 эшсеһенә хаҡты ваҡытында түләмәгән, етмәһә, аҡса урынына һөт биреп иҫәпләшкән.
Күҙәтеү органы был осраҡ буйынса закон боҙоуҙы туҡтатыуҙы талап итеп компания етәксеһенә күрһәтмә сығарған. Бынан тыш, уға 10 мең һум күләмендә административ штраф һалынған.
Прокуратура күҙәтеүенән һуң ойошма эш хаҡын үҙ мәлендә һәм “тере” аҡса менән бирә башлаған.
Фото: okrohne.com
Читайте нас