Бөтә яңылыҡтар

Ҡалыпҡа һалынмаған яңы юридик ҡарарҙар кәрәк

Радий Хәбиров иҡтисади эшмәкәрлекте хоҡуҡи кѳйләүҙең мѳһим әһәмиәткә эйәлеген билдәләп, коллегаларынан сағыу, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр кѳтѳүен белдерҙе.

Өфөлә “Хоҡуҡ һәм иҡтисад. Стратегик партнерлыҡ” Рәсәй юридик форумының пленар ултырышы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда уҙҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
“Әлеге сарала ҡатнашҡандарҙың күбеһе үҙ ғүмерен ҡануниәткә, тәртип һаҡлауға, дәүләткә һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған. Быйыл беҙҙә тағы бер тантаналы сара – Башҡортостанда юридик ойошманың барлыҡҡа килеүенә 70 йыл. Минең ѳсѳн дә ул әһәмиәтле дата: Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамланым, унда эшләнем, диссертация яҡланым. Бында ла Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусыларын күрәм – йәштәрҙе лә, оҙаҡ йылдар эшләгәндәрҙе лә. Юбилей менән ҡотларға рѳхсәт итегеҙ”, - тине тѳбәк етәксеһе.
Ул сығышында шулай уҡ республиканың әүҙем үҫешкән иҡтисадына ҡалыпҡа һалынмаған яңы юридик ҡарарҙар кәрәк тип билдәләне. Радий Хәбиров иҡтисади эшмәкәрлекте хоҡуҡи кѳйләүҙең мѳһим әһәмиәткә эйәлеген һыҙыҡ ѳҫтѳнә алып, коллегаларынан сағыу, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр кѳтѳүен белдерҙе.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев пленар ултырыштағы сығышында хоҡуҡ һәм иҡтисад нисбәтенә күп яҡлы ҡараш барлығын белдерҙе.
"Был мәсьәләне һәр дәүләт аныҡ сәйәси системаға, булған сығанаҡтарға, кѳнүҙәк бурыстарға ярашлы хәл итә. Бѳгѳн закондарҙы камиллаштырыу етеҙ бара һәм иҡтисади бәйләнештәрҙең ышаныслылығын, ғәҙеллелеген тәьмин итеп, хужалыҡ итеүсе субъекттар араһындағы мѳнәсәбәттәрҙә сағыла, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай, хәүефһеҙлекте, монополиялаштырыуға ҡаршы тороуҙы гарантиялай", - тине парламент рәйесе.
Быйыл Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҙғы сессияла ҡырҡ ултырыш уҙғарып, уларҙа иҡтисад ѳлкәһенә ҡағылған иллегә яҡын закон проектын ҡараған. Мәҫәлән, инвестиция эшмәкәрлеге тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә. Ҡануниәттәге был үҙгәреш республиканың инвестициялар йәлеп итеү һәләтен арттырыуға йүнәлтелгән.
Форумға ярашлы интеллектуаль уйындар ҙа ойошторолдо. Еңеүселәрҙе республика Хѳкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров бүләкләне. Кис иһә "Йыл юрисы" премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Фотолар «Башинформ» сайтынан.
Читайте нас