"Ҡунаҡ булырға ҡамасауланың"

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор баланы эт тешләү факты буйынса Салауат районына килә, тик ул үҙен унда ни көткәнен белмәй әле.

Салауат районында полиция хеҙмәткәренең битен сапсығандар, формаһын йыртҡандар...

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор баланы эт тешләү факты буйынса Салауат районына килә, тик ул унда үҙен ни көткәнен белмәй әле.

"Салауат ерендә" баҫмаһындағы мәғлүмәткә ҡарағанда, Әй ауылына эттән зыян күргән баланы күрергә килгән инспектор ҡыҙ ошо өйгә ҡунаҡҡа килгән тыйнаҡһыҙ ҡатындың агрессияһына эләгә. Ул инспекторға йоҙроҡтары менән ташлана, һөҙөмтәлә хеҙмәт бурысын атҡарып йөрөүсенең формаһы йыртыла, бите сапсыла. Бындай ҡырағайлыҡтың сәбәбе - инспектор ҡыҙҙың күңелле табынға "ҡамасаулауы". Тәфтиш комитеты был эш буйынса тикшереү башлаған.
Фото: twitter.com
Читайте нас