

Республикала берәҙәк хайуандарға ҡарата яуаплы мөнәсәт тураһында закон ҡабул ителәсәк. 30 ғинуарҙа пленар ултырышта депутаттар “Ерле үҙидара органдарында Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектын ҡараясаҡ.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, был закон проекты берәҙәк хайуандарға ҡарата мәрхәмәтле булыу һәм кеше хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе маҡсат итә.
Берәҙәктәрҙе тотоу, аҫрау менән муниципалитеттар шөғөлләнә. Яңы закон уларға өҫтәмә бурыстар ҡуя: бындай эттәрҙе, бесәйҙәрҙе стерилләштерергә һәм элекке йәшәү урынына ҡайтарырға, уҫал хайуандарҙы ғүмерлеккә махсус приюттарҙа тоторға тейештәр. Былар барыһы ла бюджетҡа өҫтәмә йөкләмә һала.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта республика бюджетынан йыл һайын хайуандарҙы тотоу, аҫрау өсөн муниципалитеттарға 63,4 миллион һум күләмендә субвенциялар бүленә. Закондың яңы талаптары буйынса, был хаҡ артасаҡ. Яңы ҡанун был эшмәкәрлекте финанслау нормативтарын иҫәпләүҙең яңы методикаһын тәҡдим итә.
Фото: nikatv.ru