Суррогат алкоголь проблемаһы менән республикала ныҡлы шөғөлләнә башланылар. Бында әүҙемселәр ҙә, полиция ла, ябай халыҡ та тырыша.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында был мәсьәләне сираттағы тапҡыр Радий Хәбиров күтәрҙе.
– Беҙҙең бурыс – биләмәбеҙҙе был алама күренештән ирекле итеүҙә, – тине ул.
Билдәле булыуынса, республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитетына суррогат алкоголь һатҡан йәки етештергән кешеләр тураһында хәбәр итеп, мәғлүмәт уларҙы тоторға ярҙам итһә, был кешегә награда түләнәсәк. Бөгөнгә ҡарата 22 кеше аҡсалата премияны алыуға өлгәшкән.
Радий Фәрит улы Башҡоростан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға хәлде контролдә тоторға ҡушты.
– Республикала был йәһәттән эш әүҙем алып барыла. Һуңғы ваҡытта беҙҙә суррогат алкоголь, күрше бер нисә төбәкте дөйөм алғанда ла, уларҙыҡынан күберәк тартып алына, – тине Александр Сидякин.
Хәтерегеҙҙә булһа, Радий Хәбиров йыл аҙағында спиртлы суррогат етештергән цехтар тураһында хәбәр иткән кешегә – 50 мең һәм уны һатыусы тураһындағы мәғлүмәт өсөн ике мең һум аҡса вәғәҙә иткәйне.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.