Билдәле булыуынса, быйыл 10 ғинуарҙа республикала машиналарҙы контейнер майҙансыҡтарына ҡуйған өсөн штраф һалыу тураһындағы закон ғәмәлгә инде. Маҡсат яза биреүҙә түгел, ә мәҙәни кимәлде күтәреүҙә.
Закон нисек үтәлә икән? 21 һәм 22 ғинуарҙа баш ҡаланың Орджоникидзе районында быны тикшереү буйынса рейд үткәрелгән. Уның барышында “Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге” эшселәре 15 административ хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған. Автомобилдәр контейнер майҙансығында, ҙур габаритлы сүп-сар һала торған урындарҙа ҡалдырылған. Улар ҡый ташлаған кешеләргә лә, ҡалдыҡты алып киткән коммуналь машиналарға ла ҡамасаулай.
Бының өсөн штраф ҡарала. Граждандар өсөн уның күләме - бер-ике мең һум, вәкәләтле кешеләргә - биш-ун мең һум һәм ойошмаларға - 20-30 мең һум.
Ошо уҡ законды яңынан боҙған осраҡта, штраф күләме лә арта. Граждандар был саҡта өс-дүрт мең һум, вәкәләтле кешеләр 15-20 мең һум һәм ойошмалар 35 - 50 мең һум штраф түләйәсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.