Үҫмерҙәргә снюс һатыу тыйылды

"Был йәш быуындың сәләмәтлеген, ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Әлеге законды республика халҡының абсолют ризалыҡ менән ҡаршыларына ышанам".

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 18-се пленар ултырышта сәйнәй һәм һура торған никотинлы тәмәке изделиеларын бәлиғ булмағандарға һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон ҡабул итте.
"Һүҙ үҫмерҙәр араһында айырыуса таралған снюс хаҡында бара. Был – көнүҙәк мәсьәлә, уның хаҡында ил буйынса фекер алышыуҙар бара, әммә федераль кимәлдә әлегә сикләүҙәр ҡабул ителмәгән. Ошо проблема хәл ителгәнгә тиклем беҙ республика законы менән үҫмерҙәргә снюс һатыуҙы тыйырға ҡарар иттек. Был йәш быуындың сәләмәтлеген, ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Әлеге законды республика халҡының абсолют ризалыҡ менән ҡаршыларына ышанам", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Костантин Толкачев.
Ҡабул ителгән закон Башҡортостан Башлығына ҡултамға ҡуйыу өсөн ебәрелгән. Документ рәсми рәүештә баҫылып сыҡҡандан һуң ун көндән үҙ көсөнә инә. Константин Толкачев әйтеүенсә, ошондай уҡ закондар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҡабул ителгән. Проблема йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы, бигерәк тә ғинуарҙа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр тап снюстан үлем осрағы рәсми теркәлгәндән һуң.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда ла үҫмерҙәрҙең снюстан ағыуланыу осраҡтары булғайны.
Фото: s14.stc.all.kpcdn.net
Читайте нас