Баш ҡаланың Киров районында урынлашҡан сауна эргәһендә 45 йәшлек иргә бер түгел, биш кеше ташланып туҡмай башлай, пневматик пистолеттан ата. Был инцидент байрам алдынан, 6 мартта булған, тиҙәр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Зыян күргән ир өйөнә саҡ ҡайтып етеп, "Ашығыс ярҙам" саҡырта, шунан инде был ваҡиға тураһында хоҡуҡ һаҡсыларына ла билдәле булып, енәйәт эше ҡуҙғатыла.
"Кеше ғүмеренә хәүеф менән янаусыларҙы эҙләйҙәр. Фаразлауҙар буйынса, ыҙғыш үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлау арҡаһында тыуған", - тип аңлатма бирәләр ведомствола.
Байрам алдынан тағы бер мөнәсәбәт асыҡлау - Ҡалтасы районында ике дуҫтың осрашыуы береһенең дауаханаға эләгеүе менән тамамланған. 40 һәм 59 йәшлек ике ирҙең табыны спиртлы эсемлекһеҙ булмай, әлбиттә. Күңелле генә башланған мәжлестә үҙ-ара нимәлер бүлешә алмай, талашып, олорағы икенсеһенә бысаҡ менән сәнсә. Уны тиҙ арала дауаханаға алып китәләр.
Әлеге мәлдә суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, һөҙөмтәһе алынғас, ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итәләр Ҡалтасы районы буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Сибайҙа иһә подъезда тәмәке тартҡан егеттәргә иҫкәртеү эшләгән ирҙе өсәүләп туҡмап, сымһыҙ телефонын алып ҡасҡандар. Быны башлаған 26 йәшлек егет тиҙ арала тотолған, хәл-ваҡиға буйынса күрһәтмә биргән. Урланған телефон да унда табылған. Егеткә ҡарата "Урлау" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.