Республика етәксеһенең ярҙамсыһы тәғәйенләнде

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Указы менән Тимур Мөхәмәтйәнов Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Указы менән Тимур Мөхәмәтйәнов Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Уның бурыстары иҫәбенә транспорт һәм юл инфраструктураһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармаҡтары үҫешенә, төҙөлөшөнә, төҙөкләндерелеүенә булышлыҡ итеү инәсәк.
Тимур Рәфис улы Мөхәмәтйәнов 1984 йылдың 29 ноябрендә Күмертау ҡалаһында тыуған. Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ экология-политология университетын (бакалавр), “Юғары иҡтисад мәктәбе“ дәүләт университетын (магистр), Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы аспирантураһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 2008 йылда Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығында 1-се разрядлы белгес, һуңынан Халыҡ-ара бәйләнештәр һәм сик буйындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү департаментында дәүләт-ара хеҙмәттәшлек һәм протокол бүлегенең баш белгес-эксперты булып башлаған.
2010–2017 йылдарҙа – Рәсәй Транспорт министрлығының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаментында халыҡ-ара ойошмалар, транспорт сәйәсәте һәм төбәктәр хеҙмәттәшлеге бүлегенең 1-се разрядлы белгесе, баш белгес-эксперты, етәксе урынбаҫары, етәксеһе булған.
2017–2020 йылдарҙа Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас