20 апрелдән эшмәкәрлеге туҡтатылмаған ойошмаларҙа эшләү шәхесте раҫлаған документ һәм ҡағыҙҙа яңы формалағы пропуск булғанда ғына рөхсәт ителә. Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре биргән пропусктарҙан тыш, эш биреүселәр әүәл тапшырған белешмә ҡағыҙҙары һәм пропусктар ғәмәлгә яраҡһыҙ. Яңы пропуск өйҙән эшкә барып ҡайтыу өсөн кәрәк. Уның өлгөһөн Хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталынан (
npa.bashkortostan.ru) һәм
doroga02.ru сайтынан күсереп алырға мөмкин. Был документ ойошманың төп эшмәкәрлеген туранан-тура тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәргә тапшырыла һәм эш көндәрендә эш башланғанға тиклем 90 минут алдан һәм ул тамамланғас 90 минут файҙаланыла. Хеҙмәт ваҡыты пропускта күрһәтелә. Ойошма эшмәкәрлеге туҡтатылмағандар исемлегенә индерелеп, хеҙмәткәрҙең ҡулында тейешле пропуск булған осраҡта, эшкә барып ҡайтыу өсөн шәхси машинаны өҫтәмә рәүештә
doroga02.ru сайтында теркәүҙең кәрәге юҡ.