Бөтә яңылыҡтар

Тағы ниндәй үҙгәрештәр бар?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәнерәк кешеләргә баҡса һәм дача участкаларына барырға рөхсәт ителә. Үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе шулай уҡ судҡа, хоҡуҡ һаҡлау һәм башҡа дәүләт органдарына, муниципалитет һәм хеҙмәткә саҡырыу комиссияларына (повестка йәки саҡырыу хаты, паспорт булыу шарты менән) саҡырыу осраҡтарына ҡағылмай.
Үҙгәрештәр халыҡты төҙөлөш, хужалыҡ, дача, баҡса тауарҙары, автотранспорт запчастары, ауыл хужалығы техникаһы, туҡыма материалдар, киң мәғлүмәт сараларынаң баҫма продукцияһы, балалар кейеме, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ тауарҙары менән тәьмин иткән ойошмаларға эшләргә рөхсәт итә.
Бынан тыш, doroga02 сайтында ҡаланан ситтәге шәхси торлаҡ йорттарға, һунарға һәм балыҡҡа аҙнаһына бер тапҡыр барып ҡайтыуҙы теркәргә мөмкин. Бөгөндән башлап автомобилдә йәки йәмәғәт транспортында баҡсаға барырға була. Тик үҙең менән паспорт, үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибен өҙөү тураһында яҙма ғариза алыу шарт.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: