Аҡбирҙе тирәләй - ҡара эш

Мансурова тигән ҡатын 303 баҡса участкаһы алған. Әлбиттә, законды боҙоп. Аҙаҡ һәр участканы яртышар миллион һумға һатыу башлана.

Иглин районында ҡайһы берәүҙәр йорттарына адрес ала алмай ҡаңғыра, һөҙөмтәлә газ индерә, белешмә ала алмай. Аҡбирҙе ауыл советы “Белая усадьба” ҡасабаһында йәшәгән йорт хужаларына документтар бирмәй. Етәкселәрҙең әйтеүенсә, ерҙәр законһыҙ рәүештә бирелгән, 2008 йылда биләмәне ауыл хакимиәтенән урлағандар...
Ерҙе һатып алып, йорт төҙөгән халыҡтың бында бер ғәйебе лә юҡ, бөтәһе лә законға ярашлы эшләнгән. Аҡбирҙе ауыл советында аңлатыуҙарынса, сәбәп - 2008 йылда участкалар ялған юл менән мут кешеләр ҡулына килеп эләккән. Росреестрҙа теркәлеүе - үҙе айырым тарих, ти улар. Был хәлде урланған машинаны һатып алыу менән сағыштырырға була. Һатып алыусы намыҫлы булһа ла, машинаның үткән тарихы бынан үҙгәрмәй.
“Белая усадьба”ның исеме элек бөтөнләй башҡаса булған – “Новый сад” коммерцияға ҡарамаған ширҡәтлеге. Юристарҙың әйтеүенсә, 2008 йылда Мансурова тигән ҡатын 303 баҡса участкаһы алған. Әлбиттә, законды боҙоп. Ширҡәтлек өсөн бүленгән ер граждандар һанына ҡарап бирелә, әммә уларҙың исемлеге булмаған. Аҙаҡ һәр участканы яртышар миллион һумға һатыу башлана.
"Ауыл хакимиәтенең һәм халыҡтың ерен урлағандар. 150 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән. Беҙ был аҡсаға юлдар һалыр, аҙ килемлеләргә ярҙам итер инек", - ти Аҡбирҙе ауыл хакимиәте юристконсульты Илдус Мөлөков.
Бындай хәл бер нисә йыл элек Өфө районында булғайны. Ул саҡта йорттарҙы емерҙеләр. Был осраҡта Аҡбирҙе ауыл хакимиәте башҡа вариант тәҡдим итә – тәүҙә ерҙе ҡуртымға алырға һәм аҙаҡ бушлай хосусилаштырырға. Ә һатыусыларҙан аҡсаны кире ҡайтарыуҙарын талап итергә. “Белая усадьба” ҡасаба хакимиәте вәкилдәре быға ҡаршы. Ғөмүмән, ҡапма-ҡаршылыҡ көслө. Ҡасандыр ҡылынған ҡырын эштәрҙең эҙемтәһенән ябай халыҡ интегергә мәжбүр, тип хәбәр итә BashNews.
Фото: BashNews.
Читайте нас