Бөтә яңылыҡтар

Ер буйынса ҡануниәт үҙгәрә

Был мәсьәлә буйынса ниндәй һорауҙар йыш бирелә? Уларға яуаптар - яҙмала.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың республиканың ер тураһындағы ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерергә йыйыныуы тураһында сайтыбыҙҙа хәбәр ителгәйне инде.
Ер темаһы – үтә етди мәсьәлә, шуға күрә был турала һорауҙар күп килеүенә ғәжәпләнәһе түгел. Уларҙың йыш бирелгәндәренә яуаптар түбәндәгесә.
Был законға ниндәй ерҙәр эләгәсәк? Ҡанун дәүләт милке сикләнмәгән ер биләмәләренә хоҡуҡты көйләйәсәк. Уға дәүләт милкендә булған ерҙәрҙең 94,2 проценты ҡарай. Ҡалған 1,7 проценты – Башҡортостан Республикаһы милке, 4,1 проценты – муниципалитеттар ере. Ни өсөн вәкәләттәрҙе ҡайтанан бүлеп сығырға кәрәк? Милек сикләнмәгән ерҙәрҙе файҙаланыуға биреү хоҡуғы бөгөн муниципалитеттарға тапшырылған. Муниципаль ер контролен дә улар башҡара. Шулай итеп, дәүләт ер фондын файҙаланыу һәм контролдә тотоу бер үк ҡулдарҙа булып сыға.
Дәүләт яғынан да был йүнәлештә күҙәтеүҙе көсәйтеү зарурлығы тыуҙы. Ҡабул ителәсәк закон федераль ҡануниәткә ҡаршы килмәйме? Юҡ. Был айырым субъекттың элегерәк ошо төбәктәге урындағы үҙидара органдары үтәгән вәкәләттәрҙе үҙенә йөкмәү буйынса акты булып тора. Мөлкәткә идара итеү комитеттары быға саҡлы ла ер буйынса ҡарарҙар ҡабул итә ине бит, шулай булғас, был закон ни өсөн кәрәк булды? Әлеге комитеттар ер мәсьәләһен хәл итмәй ине, улар фәҡәт муниципалитеттар менән кәңәшләшеп, документтар йыйыу буйынса оператор ғына булды. Ә закондың асылы – граждандарҙың, шул иҫәптән эшҡыуарҙарҙың ер биләмәһен алыу процедураһын ябайлаштырыу, бөтә республика өсөн берҙәм ҡағиҙәләр урынлаштырыу. Дәүләт милке сикләнмәгән ер майҙанын файҙаланыуҙан килгән килем нисек бүленәсәк? Улар, элеккесә, урындағы ҡаҙнаға туплана бара. Көтөүлектәр менән нимә булыр? Улар – ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер, артабан да ошо мәнфәғәттә ҡулланыласаҡ.
Дәүләт милке сикләнмәгән ерҙе файҙаланған ҡуртымсыларҙы нимә көтә? Закон кире көскә эйә түгел, быға саҡлы төҙөлгән килешеүҙәр ғәмәлдә булыуын дауам итәсәк. Ҡуртымсылар өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй. Халыҡтың урындағы үҙидара буйынса конституцион хоҡуҡтары ҡыҫылмаҫмы? Граждандар урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашырыу хоҡуғына эйә. Ерҙе файҙаланыу, төҙөлөш алып барыу буйынса ҡағиҙәләр ҡабул итер алдынан, уның тураһында асыҡ тыңлауҙар ойошторолорға тейеш. Ер участкалары хужалары өсөн нимә үҙгәрә? Бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Хосуси милек тейелгеһеҙ. Ерҙе һәм ундағы мөлкәтте нисек файҙаланырға икәнен милексе генә хәл итә. Ергә милек булдырыу өсөн Өфөгә барырғамы? Юҡ, кәрәкмәй. Буласаҡ милексе өсөн был осраҡта өс вариант ҡаралған. Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы аша. Улар республиканың барлыҡ ҡала-райондарында ошо мәсьәлә буйынса күптән шөғөлләнә, был эште лә үҙ иңенә алырға әҙер. Адрес һәм телефондарын интернетта еңел табып була.
Икенсе вариант – кәрәкле ҡағыҙҙҙарҙы Күп функциялы үҙәктәрҙә (МФЦ) тултырыу. Өсөнсөһө – Дәүләт хеҙмәтенең республика порталы нигеҙендә. Ундағы ер тураһындағы бүлек тиҙҙән эшләй башлаясаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, документтар тотоп ауыл йәки район хакимиәтенә барырға, урындағы түрәгә инергә сират көтөп ултырырға кәрәкмәй – бөтә документтарҙы онлайн аша ебәрергә лә ун көн эсендә яуап алырға мөмкин. Яңы законды ҡабул итеү муниципаль ерҙәр менән идара итеүгә йоғонто яһаясаҡмы? Юҡ. Мунииципаль ер һәм муниципаль милек – ул фәҡәт урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәре. Ер пайҙары хужалары өсөн нимә үҙгәрәсәк? Бер нәмә лә үҙгәрмәй. Был законды ҡабул итеү Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһы өсөн өҫтәмә сығымдарға килтерәсәкме? Юҡ, яңы закон өҫтәмә бюджет сығымдары талап итмәй.
Фото: zen-yandex.ru
Читайте нас: