Республика дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин электрон тәртиптә күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһында һөйләне. Төбәктә бындай алты хеҙмәт күрһәтелә икән. Улар иҫәбендә – ер участкаһына ҡала төҙөлөшө планын тапшырыу, ер участкаһының урынлашыу схемаһын раҫлау, муниципаль милектәге ерҙе һатыу йәки биреү, шәхси төҙөлөш өсөн бушлай ер бүлеү, ергә хоҡуҡ тураһындағы архив документтарының күсермәһен тапшырыу. Министр шулай уҡ был хеҙмәттәргә эйә булыу алымын һайлауға ҡағылышлы статистика мәғлүмәттәрен килтерҙе.